+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июнь 2019, 16:39

Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн - спорт ҡаласығы

«Һабантуй-2019»майҙаны яланында ысын спорт ҡаласығы булдырылды.

«Һабантуй-2019»майҙаны яланында ысын спорт ҡаласығы булдырылды. Байрамға район спортсылары ғына түгел, халыҡ уйындарын яратыусылар, ҡунаҡтар ҙа әҙерләнеп килгән: ҡатнашыусылар һәм көйәрмәндәр майҙансыҡтарға ашыҡты. Үҙ көстәрен һынап ҡарау өсөн
һабантуй башланыр алдынан уҡ футбол яланында егеттәрҙе бөгөн кемдең еңеүсе булыры ҡыҙыҡһындырҙы. Судьялар Азамат Снегирев (3-сө башҡорт гимназия-интернаты) һәм Алексей Парамонов («Cамбо-75» мәктәбе тренеры) ҡатнашыусыларҙы тулы әҙерлек менән ҡаршы алыр өсөн ҡапҡаны, тирә-яҡты тикшереп сыҡты.
Бер-бер артлы футбол яланына ҡатнашыусылар йыйылды. Ҡала һәм район командалары араһында был уйындың нисек үткәнен күрһәгеҙ!
Һабантуйҙа йыл да армсрестлинг үткәрелә. Бында ла ҡатнашыусылар һәм көйәрмәндәр күп ине. Лайыҡлы көрәштә байрам ҡунағы-Раевка ауылынан Дмитрий Огневец беренсе урынды алды. Мәкәш ауылынан Закуан Вәлиәхмәтов (икенсе урын) һәм Дәүләкәндән Радик Зәрбиев унан аҙ ғына (өсөнсө урын) ҡалышты.
Тағы ла бер спорт төрө -гер күтәреүҙә спортсыларҙың да, ҡатнашыусыларҙың да тулҡынланыуы һиҙелде. Судья итеп Виктор Суев һәм Сәрүәр Хәсәнов тәғәйенләнгәйне. Төҙөлөш компанияһында эшләгән Ринат Мәжитов беренсе урын, икенсе урынды (Ҡыҙрас ауылынан) Фидан Ғабдрафиҡов, өсөнсө урынды Алексей Алешин (нефть машиналары эшләү заводы) алды.
Саф һауала хәрәкәтсән уйындарҙы яратыусылар мауыҡтырғыс лапта уйынын көтөп алды. Күренекле рус яҙыусыһы Александр Куприн был уйын төрөн шулай сағылдырған: «Был халыҡ уйыны ҡыҙыҡлы һәм файҙалы. Бында етеҙлек, тәрән һулыш, үҙ партияңа тоғролоҡ, иғтибар, тиҙ йүгереү, яҡшы күреү, ҡулдарҙың ҡатылығы һәм һине бер кемдә еңмәй тигән ышаныс булыуы мөһим». 5-се гимназия, 3-сө башҡорт гимназия-интернаты командалары ҡыҙҙары һәм егеттәре нәҡ ошо принциптарға таяна. 5- се гимназия уҡытыусыһы-тренер Руслан Байғүбәков был уйынды белеп, оҫта итеп күҙәтеүҙә тотто.
Спорт ҡаласығында халыҡ уйындары һәм ярыштары, күмәк уйындар-барыһы ла ҡояшлы көндө йылға бер генә булған һабантуй иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн дәрт өҫтәне.
Читайте нас: