+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июнь 2019, 16:56

Йәш депутаттар экологик таҙалыҡ өсөн

Башҡортостан Республикаһы, урындағы үҙидаралыҡ территорияларын үҫтереү һәм депутаттар эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында 2015 йылдың 16 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Йәш депутаттар ассоциацияһы булдырылды.

Башҡортостан Республикаһы, урындағы үҙидаралыҡ территорияларын үҫтереү һәм депутаттар эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында 2015 йылдың 16 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Йәш депутаттар ассоциацияһы булдырылды.
Уның маҡсаты – иҡтисади, социаль һәм ижтимағи-сәйәси процсетар сифатын күтәреүҙә граждандар йәмғиәте һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, урындағы үҙидара инсититутын нығытыу, власть һәм йәмғиәт араһында йәнле диалог булдырыу.
Йәштәр менән эшләүҙән тыш, сәйәси өҫтөнлөктәрҙән тыш, Дәүләкән районы муниципаль районының йәш депутаттары ҡала һәм районды төҙөкләндереүҙә үҙҙәре өлгө күрһәтә.
- Әгәр беҙ ҡалабыҙҙың таҙараҡ, матурыраҡ, уңайлыраҡ булыуын теләйбеҙ икән, үҙеңдән башларға кәрәк. Экологик өмәләрҙә үҙеңдең тыуған ҡалаға, йәшәгән һәм эшләгән бәйлелегеңде нығыраҡ тояһың, - ти Башҡортостан Республикаһы Йәш депутаттар ассоциацияһының Дәүләкән районындағы бүлексәһе ағзалары.
Тәртип булдырыу буйынса эштәр башҡарыу өсөн кәрәкле ҡоралдар алып, депутаттар А.Ш. Солтанов (лицей-интернат директоры), И.И. Мөхәмәтйәнов (“Йылылыҡ селтәрҙәре”) муниципаль унитар предприятиеһы директоры, А.Г. Никитин (“Самбо-75” мәктәбе директоры) Титов һәм Комаров урамдарындағы шишмәләргә яҡын территориялағы ҡый үләндәрен сапты, шулай уҡ өлөшләтә төҙөкләндерҙе.
Йәш депутаттарҙың өлгөһөнә эйәреп, ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡалала һәм районда үткәрелгән өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Бындай акциялар үткәреү үҫеп килеүсе быуынға яҡшы өлгө. Улар тәбиғәтте һаҡларға, кесе тыуған илеңдең экологик торошон яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Беҙ ҡалабыҙҙы яратабыҙ, - тиҙәр “Таҙа яр” бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыусылар, Башҡортостан Республикаһы Йәш депутаттар ассоциацияһының Дәүләкән районындағы бүлексәһе ағзалары.
Читайте нас: