+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Июнь 2019, 11:59

Бында ҡымыҙ бешәләр!

«Тыуған яҡты өйрәнеү» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Рассвет мәктәбе уҡыусылары Яңы Яппар ауылына, Ниғмәтуллиндарҙың крәҫтиән-фермер хужалығына сәфәргә барҙы.

«Тыуған яҡты өйрәнеү» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Рассвет мәктәбе уҡыусылары Яңы Яппар ауылына, Ниғмәтуллиндарҙың крәҫтиән-фермер хужалығына сәфәргә барҙы.
Сания менән Илгиз Ниғмәтуллиндар шәхси эшҡыуарылыҡ менән 2007 йылдан алып шөғөлләнә, 2016 йылда «2016-2018 йылдарға ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алалар.
Аттар ҡураһы янында беҙҙе С.Ә. Ниғмәтуллина ҡаршы алды (һүрәттә һулда). Ул бында аҫралған аттар, уларҙы нисек дөрөҫ итеп тәрбиәләү тураһында һөйләне. Балаларҙы хужалыҡта нисә баш ат барлығы, ниндәй мал аҙығы ашатыуҙары, ҡушаматтары ҡыҙыҡһындырҙы. Сания Әнүр ҡыҙы бөтә һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Беҙҙең сәйәхәт бейәләрҙе һауған ваҡытта тура килде. Малдарҙы махсус урынға ҡыуып кертәләр, һәр ҡайһыһы сабыр ғына үҙ сиратын көтә. Хужалыҡта дүрт машина менән һауыу аппараты бар, быға тиклем барлыҡ эш ҡул менән башҡарылған. Тәжрибәле апайҙар ярҙамында балалар ҙа бейә һауып ҡараны. Бәләкәс ҡолондар бигерәк тә һоҡланғыс, уларҙы һыйпап яратаһылары килде.
Киләһе пункт ҡымыҙ цехы булды, унда балалар бейә һөтө тәмләп ҡараны, ҡымыҙ эсте. Кемдер был милли эсемлек тураһында быға тиклем ни бары ишетеп кенә белгән, ә кемдеңдер инде ул яратҡан эсемлегенә әйләнгән.
Ниғмәтуллиндарҙың ат хужалығына сәйәхәт бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Үҙ эшен яратып башҡарған, ата-бабаларҙың йолаларына тоғролоҡ һаҡлаған Ниғмәтуллиндар ғаиләһенә, ҙур булмаған эшһөйәр коллективҡа ихлас күңелдән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ был көндө башҡорт халҡының йәшәйеше, көнитмеше тураһында белемдәребеҙҙе арттырҙыҡ, ыңғай тәьҫораттар алдыҡ.
Читайте нас: