+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Июнь 2019, 12:44

Ижади осрашыуҙар

Яҙыусы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында М.Ғ. Хәлилов менән ижади осрашыу үтте.

Яҙыусы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында М.Ғ. Хәлилов менән ижади осрашыу үтте.
Мамед Ғаджихәлил улы – Ярославль өлкәһендә йәшәүсе билдәле дағстан шағиры һәм прозаик. 2009 йылдан бирле әҙәби ижад менә шөғөлләнә. 2011 йылда Ярославль ҡалаһында беренсе “Письмена на базальте” тип исемләнгән тәүге йыйынтығы, артабан “Свет камней” тигән китабы донъя күрә. 2013 йылда М. Хәлиловтың Ярославаль ҡалаһында “Повесть неоконченных гор ...” тигән айрым поэмаһы китап итеп нәшер ителә. 2014 йылда “Дом окнами на восток” тип исемләнгән йыйынтығы өсөн авторға И.З. Суриков исемендәге өлкә премияһы тапшырыла.
Әхиәр Хәкимов йрот-музейына был көндө район китапханаһы системаһы хеҙмәткәрҙәре, тел уҡытыусылары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, урындағы һәүәҫкәр шағирҙар, “Дим” әҙәби берекмәһе ағзалары йыйылды.
Мамед Ғаджихәлил улы әйтеүенсә, беҙҙең республика менән уны ижад бәй
ләй. Саф һауаһы, шифалы балы менән данланған Башҡортостанға күптән килергә хыялланған. Хөрмәтле ҡунаҡты танылған шағирә, тәржемәсе, журналист Лариса Абдуллина һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев оҙатып йөрөнө.
Осрашыу алдынан ижади делегация Яңы Яппар ауылына барҙы, шағир-мәғрифәтсе Сафуан Яҡшығоловтың ҡәберенә зыярат ҡылды, урындағы халыҡтың көнкүреше менән танышты. Артабан сәйәхәт Башҡортостан ынйыһы – Асылыкүл буйында дауам итте.
Осрашыу барышында Мамед Хәлилов үҙенең ижади юлы, нисек әҙәбиәткә килеүе тураһында һөйләне, беҙҙең республика буйлап сәйәхәттән алынған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Дағстан шағиры күптән түгел генә донъя күргән “Тень журавля” һәм “Сокровища из Хурджина” китаптары менән таныштырҙы, бер нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе. Замандаштарының әйтеүенсә, уның әҫәрҙәрендә көнсығыш колориты, тыуып үҫкән яҡтары – Дағстан ерҙәре сағыла. Милләте буйынса катрух булыуын да йәшермәй, әммә рус телендә иркен аралаша һәм ижад итә.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев йыйылыусыларға республиканың мәҙәниәте һәм башҡа төбәктәр менән ижади бәйләнештәр тураһында һөйләне, йәштәрҙең ижады һәм Союздың киләсәккә пландары менән таныштырҙы.
Зәки Әлибаев Мамед Ғаджихәлил улына Яҙыусылар союзы исеменән Почет грамотаһы тапшырҙы, ижади уңыштар теләне.
Осрашыу һуңында ҡунаҡ Әхиәр Хәкимов йорт-музейына, район китапханаһына үҙенең яңы баҫмаларын бүләк итте. Дағстан халҡы вәкиле менән аралашыу күңелдә сағыу тәьҫортатар ҡалдырҙы.
Читайте нас: