0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июнь 2019, 12:26

Ветерандар өсөн экскурсия

Башҡортостан Республикаһы муниципаль район ҡала округы территорияһында ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән “Изге эш” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тарафынан өлкән йәштәге кешеләр өсөн экскурсиялар ойошторола.

Ҡалала һәм районда йәшәүсе 60-тан үткән бер нисә кеше Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһы-институтында, Өфө лимонарийында, Бишбүләк районындағы шарламала, Миәкә районында Нарыҫтауҙа, Красноусол санаторийында һәм башҡа ерҙәрҙә булды.
Улар өсөн быйыл да сәйәхәттәр ойоштороу ҡаралған.
Экскурсияла ҡатнашыу һәм ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индереү өсөн Дәүләкән ҡалаһы, Ҡыҙыл майҙан урамы, 9а (КБО бинаһы), 2-се ҡат, 12-се бүлмә адресы буйынса мөрәжәғәт итергә. Телефон: 3-05-79. Ҡабул итеү ваҡыты иртәнге 9-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем, төшкө тәнәфес: 13.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем.
Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәбеҙ!
Читайте нас: