22 июндә Хәрби дан скверындағы Һалдат һәйкәле эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 78 йыллығына ҡарата митинг үтте.
1941 йылдың 22 июне - ҡурҡыныс дата. Уны барыһы ла белә. Нәҡ ошо көндө беҙҙең йөрәктәрҙә тәрән эҙ ҡалдырған, яҡындарҙы алып киткән Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Яу яландарында күпме һалдат ятып ҡалған... Шул һәләкәтле иртә беҙҙең ҙур илебеҙҙең миллионлаған кешеһенең хыялдарын селпәрәмә килтергән - каникулдар, имтихандар, уҡыу, туйҙар өҙөлгән...
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында концентрацион лагерҙарҙа, аслыҡтан һәм яланғыслыҡтан 27 миллионға яҡын ватандашыбыҙ һәләк булған. Һәр алты секунд һайын бер кеше ғүмерен өҙөлгән.
Митингҡа ветерандар, «Көмбәҙ» хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре, «Ваурсы» һәм «Факел» эҙәрмәндәр отрядтары ағзалары, сик буйы хеҙмәте ветерандары, хәрби-интернационалистар, йәштәр һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре, ҡала халҡы йыйылды.
Йыйылыусылар алдында Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр ветерандарының ҡала-район советы рәйесе Р.Ш. Гәрәев сығыш яһаны.
Хәтер һәм ҡайғы көнөнә йыйылыусылар мәңгелек утҡа сәскәләр һалды һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.
Был көндө һуғыш яланынан ҡайтырға насип булмағандарҙың барыһын да иҫкә төшөрҙөләр.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫайғандан-алыҫая бара. Әммә халыҡ хәтере юйылмай.