+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Июнь 2019, 17:05

Тыуған ил өсөн...

Хәбибуллин Ибраһим Ғәлиәхмәт улы 1918 йылдың мартында Ҡоръятмаҫ ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хәбибуллин Ибраһим Ғәлиәхмәт улы 1918 йылдың мартында Ҡоръятмаҫ ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Армияла хеҙмәт иткәндә һуғыш башланып китә. Һалдаттарҙы тәүге көндәрҙән үк фронтҡа ебәрәләр, Ибраһим лейтенант вазифаһында китә.
Яугир һуғыш тураһында иҫләргә яратмай ине. Шулай ҙа ул һөйләгән бер нисә эпизод хәтерҙә уйылып ҡалған.
... Таң беленеп килә. Немецтарҙың разведчиктары “тел” алып ҡайтыу маҡсатында беҙҙекелер яғына ыңғайлай. Ибраһим яңғыҙы ғына һаҡта тора. Дошмандарҙы күреп ҡалыу менән граната ырғыта, көслө шартлау яңғырай. Немецтар яраланған һалдаттарына алып килгән юлдарынан кире китә. Уларҙың операцияһы уңышһыҙ тамамлана.
Артабан да күп тапҡырҙар немец менән йөҙгә-йөҙ осрашырға, алышырға тура килә. Тыуған ил, уның азатлығы өсөн совет яугиҙәре ғүмерен аямай.
Бер мәлде обходҡа сыҡҡанда янған йорттар араһынан китеп барғанда пуля арҡа һөйәге аша үтеп сыға. Ҡаты яраланған Ибраһимды яуҙаштары госпиталгә оҙата. Даулуанып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә.
1947 йылда тыуған ауылына ҡайтырға насип була. Һуғышҡа тиклем педагогия училищеһын тамамлаған егет һөнәре буйынса эш башлай. Ауылдашы Кәмилә менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Йәштәр сит яҡҡа сығып китә, әммә тыуған яҡтың тартыу көсө үҙенекен итә, бер нисә йылдан кире ҡайталар. Ибраһим Ғәлиәхмәт улын Ивановка мәктәбенә эшкә тәғәйенләйҙәр. Унда бер аҙ эшләгәндән һуң тыуған Ҡоръятмаҫ ауылына уҡытырға күсә. Мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа белем биреү усаҡтарының ниндәй хәлдә булғанлығын иҫкә төшөрһәк, уҡытыусыларҙың ниндәй шарттарҙа эшләүен аңлайбыҙ. Эшһөйәр, кешелекле, ғәҙел, шул уҡ ваҡытта талапсан да етәксе менән эшләүе үҙе бер мәртәбә булғандыр тим. Яңы мәктәп төҙөү өсөн күп көс һала директор.
Ҡатыны менән бергәләп өс ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Рәҡиә атаһы юлынан китә. Өлкән улдары Исмәғил авиация институтын тамамлағандан һуң Татарстанда заводта инженер булып эшләй. Хәҙер хаҡлы ялда. Әхмәт менән Марат улдары Өфөлә йәшәй.
Ибраһим Ғәлиәхмәт улы күптән инде арабыҙҙа юҡ. Уҡытыусы булараҡ, уҡыусылары уны матур хәтирәләр менән иҫкә алалыр тип уйлайым. Яҡшы кешенән ерҙә яҡты эҙ ҡала.
Читайте нас: