-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июль 2019, 12:15

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү

Яуаплылығы сикләнгән “Экология” йәмғиәтенең төбәк операторы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙең түбәндәге ҡағиҙәләренә иғтибар итергә кәрәклеген белдерә.

Яуаплылығы сикләнгән “Экология” йәмғиәтенең төбәк операторы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙең түбәндәге ҡағиҙәләренә иғтибар итергә кәрәклеген белдерә.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары – кешеләрҙең ҡулланыу процесында торлаҡ биналарҙа кәрәклеген юғалтҡан тауарҙар. Ошондай сафтан сыҡҡан әйберҙәрҙе тейәп алғандан һуң уларҙы артабан эшкәртеү өсөн төбәк операторы яуаплы. Сүп-сарҙы тоҡтар менән йыйған урындарҙа уларҙы машинаға үҙеңә ташларға кәрәклеген аңлатырға кәрәк. Ҡалдырылып киткән тоҡтарҙы тейәү төбәк операторының тарифына индерелмәгән.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары төрөнә индерелмәгән сүп-сарҙы, мәҫәлән, төҙөлөш ҡалдыҡтары йәки ҡырҡылған ағас-ҡыуаҡтар, йыйыу төбәк операторы бурысына инмәй. Улар өсөн кешеләр үҙҙәре яуаплы. Бындай ҡалдыҡтарҙы улар үҙҙәре сығарып түгергә тейеш.
Төҙөлөш сүп-сары – күп фатирлы, шәхси йорттарҙа демонтаж, ремонт яһағанда йәки төҙөгәндә барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтар. Был бетон ғына түгел, кирбес ватыҡтары, металл киҫәктәре, ишектәр, тәҙрәләр, иҫке линолеум, обойҙар һәм башҡалар.
Төҙөлөш сүп-сарын йыш ҡына яңылыштан эре габаритлы ҡалдыҡтар төрөнә индерәләр. Ул ғәҙәти контейнерҙарға һыймай, уны йыйып, ҡыҫып булмай. Төҙөлөш сүп-сарын сүп йыйыу машинаһына ташламағыҙ. Уны машинаға тейәгән хәлдә лә, бушатҡанда уның зыян килтереүе ихтимал. Уларҙың ҡайһы берҙәре кешеләр өсөн дә зарарлы булыуы, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүе билдәле.
Төҙөлөш сүп-сарын айырым килешеү буйынса махсус компаниялар сығара. Уның өсөн айырым хаҡ алына, сөнки был ҡалдыҡтар төбәк операторының раҫланған нормативтарына һәм тарифҡа индерелмәгән. Бындай ҡалдыҡтарҙы контейнерҙар эргәһенә ташлау тыйыла. Уларҙы сығарыу өсөн айырым килешеү төҙөлөргә тейеш.
Малсылыҡ ҡалдыҡтары (тиреҫ һәм башҡалар), ҡырҡылған ағас-ҡыуаҡтар, йолҡонған үлән, ҡороған япраҡтар ҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары төрөнә инмәй. Шуға ярашлы, улар төбәк опреаторының эшмәкәрлек төрөнә индерелмәгән. Уларҙы сығарыу менән тейешле лицензиялары булған компаниялар шөғөлләнә.
Сүп йыйыу машинаһына төҙөлөш ҡалдыҡтарын, ағас ботаҡтарын, тиреҫ, лампалар, аккумуляторҙар, батареялар, мотор, трансформатор майҙары, машина тәгәрәмәстәре ташларға бөтөнләй ярамай.
Килеп тыуған һорауҙар менән 8 (34782) 2-43-26 номеры буйынса шылтыратырға.
Читайте нас: