+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июль 2019, 14:03

Картуф үҫтерәләр

Шәхси эшҡыуар - крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Разида Азат ҡыҙы Вәлиева (һүрәттә) 2013 йылда үҙ хужалығын рәсми рәүештә теркәй һәм шунан бирле картуф, иген, майлы культуралар үҫтерләр. Ике йөҙ гектар һөрөнтө ерҙәре бар.

Шәхси эшҡыуар - крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Разида Азат ҡыҙы Вәлиева (һүрәттә) 2013 йылда үҙ хужалығын рәсми рәүештә теркәй һәм шунан бирле картуф, иген, майлы культуралар үҫтерләр. Ике йөҙ гектар һөрөнтө ерҙәре бар.
Картуф мәшәҡәтле культура: уңыш алыр өсөн күп көс һалырға кәрәк. Һауа шарттары ла гел генә ҡыуандырып тормай. Шуға ҡарамаҫтан, ханым яратып башҡарған шөғөлөн ташламай. Ун биш гектар майҙанды биләгән картуф плантацияһында тотош ғаиләләре менән эшләйҙәр, шулай уҡ ике хеҙмәтселәре бар.
2015 йылдың июнендә картуф үҫтереүселәр дәүләт ярҙамы ала. Шул аҡсаға “икенсе картуфты” эшкәртеү өсөн техника: универсаль бысаҡтары булған тупраҡ йомшартҡыс, картуфты йыйғыс комбайн һәм дарыу һиптергес алалар. Фермерҙар орлоҡ фондын да яңырта, мул уңыш биргән «галла», «андретта» һәм «розара» сорттарына өҫтөнлөк бирәләр.
Яҡын киләсәктә фермерҙар йыйылған уңышты ышаныслы һаҡлау өсөн склад төҙөү хыялы менән яна. Был эш әлегә артҡы планда ҡала килә, сөнки бәләкәй хужалыҡтың ҡоролма төҙөргә мөмкинлеге юҡ.
Сифатлы картуф Дәүләкән районы муниципаль районы мәктәптәренә, балалар баҡсаларына, сауҙа нөктәләренә һәм йәмәғәт туҡланыуы пунктарына һатыла. Фермерҙар үҙ продукцияһын республика йәрминкәләрендә тәҡдим итә.
Бөгөн Вәлиевтар плантациялағы эштәрҙе ваҡытында башҡарған. Хәҙерге ваҡытта колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәш алып баралар. Яуып үткән ямғырҙар бүлбеләрҙең формалашыуына булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: