+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июль 2019, 11:25

Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары

Бөтә Рәсәй Парктар маршы акцияһына ярашлы, Дәүләкән районында «Тәбиғәт дуҫы» лагеры территорияһында «Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары»-тип аталған республика слет-конкурсының 14-се этабы асылды.

«Берҡаҙан»  һәм  «Экос» командалары Асылыкүл яры буйында.
«Берҡаҙан» һәм «Экос» командалары Асылыкүл яры буйында.
Бөтә Рәсәй Парктар маршы акцияһына ярашлы, Дәүләкән районында «Тәбиғәт дуҫы» лагеры территорияһында «Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары»-тип аталған республика слет-конкурсының 14-се этабы асылды.
Уны БР Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Республика балалар экология-биология үҙәге, Дәүләкән районы муниципаль районының мәғариф идаралығы ойошторҙо.
«Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары» хәрәкәте-был өлкәндәр һәм балалар йәмәғәт ойошмаһы, тәбиғәт ҡурсаулыҡтарын һәм беҙҙең илдең мәҙәни мираҫын һаҡлаусылар. Хәрәкәттең төп маҡсаты-тәбиғәт тураһында белемде арттырыу, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡурсаулыҡтарҙы эшмәкәрлегенә йәлеп итеү.
Слетты үткәреү урыны итеп республиканың иң ҙур күле-Асылыкүл буйы һайланды. Һәм был осраҡлы түгел! Бында ситтән тороп һайлап алыу этабын үткән, Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренән 18 команда ҡатнаша. Командалар-экологик тикшеренеүҙәр үткәреүҙә төплө белем күрһәткән, үҙҙәренең “ҡурсаулыҡ утрауында” тәбиғәтте файҙаланыу эштәре менән республика слетында ҡатнашыу хоҡуғын яулаған уҡыусылар.
Башҡортостан Республикаһының биләмәре махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция етәсеһе М.В. Хәсәнов, Дәүләкән районы муниципаль районының мәғариф идаралығы начальнигы Н.В. Кузовова, рәйесе Башҡортостан Республикаһының Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре менән эшләү була начальнигы Г.А. Шабалина республика слетында ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙҙәр менән мөрәжәғәт итте. Слет тантаналы флагын күтәреү хоҡуғы «Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары» слетында еңеүсе булған Дәүләкән ҡалаһының 1-се мәктәбе командаһына бирелде.
Өс көн дауамында йәш экологтарҙы үҙенсәлекле, сараларға бай программа – агитбригада һәм экотеатр конкурсы, экологик проекттар конференцияһы, «Робинзонада» экология марафоны,көтә ине. Унан башҡа улар өсөн мәҙәни программа-сәйәхәттәр, концерт, Асылыкүл яры буйында дуҫлыҡ усағы ҡаралғайны.
Беҙҙең райондан биология уҡытыусыһы Г.Ф. Лоҡманова етәкселегендә «Берҡаҙан» һәм «Экос» командалары күрһәтте, уның составына 1-се мәктәп һәм 4-се лицей уҡыусыларыҡатнашты. Конкурс этаптары һөҙөмтәләре буйынса «Ҡыҙыл китап» номинацияһы 3-сө урынды «Берҡаҙан» командаһы алды, ә «Экос» командаһы агитбригадалар конкурсында иң яҡшыһы тип танылды. Беренсе урынды Шаран районынан «Экодес» командаһы алды, ә Белорет ҡалаһынан «Ирәмәл ынйылары» командаһы Гран-приға лайыҡ булды.
Читайте нас: