+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июль 2019, 11:31

Юлдарҙа тәртип булһын өсөн

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көнө

РЭГ начальнигы Р.Р. Рәшитов һәм юл-патруль хеҙмәте инспекторы Р.Р. Сәфәрғәлин (һулдан уңға).
РЭГ начальнигы Р.Р. Рәшитов һәм юл-патруль хеҙмәте инспекторы Р.Р. Сәфәрғәлин (һулдан уңға).
Бөгөн – Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көнө
Юлдарҙа тәртип булһын өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт алып бара. Һөнәри байрам дәүләт автоинспекцияһының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә арналған. Быйыл уны рәсми рәүештә 11-се тапҡыр үткәрәләр. Рәсәйҙә ул Эске эштәр министрлығының 2009 йылдың 3 июлендәге “Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көнөн иғлан итеү тураһында”ғы 502-се бойороғона ярашлы булдырыла. Был көндө инспекция хеҙмәткәрҙәре, уларҙың яҡындары, туғандары, дуҫтары билдәләй.
ЮХХДИ (юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы) – транспорт сараларын, уларға идара итеү һәм файҙаланыу ҡағиҙәләренең үтәлешен күҙәтеүҙә тотоусы орган. Ул шулай уҡ йөктәр, пассажирҙар ташыуға, төрлө конструкциялар урынлаштырыуға рөхсәт бирә.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте яуаплы һәм хәүефле. Бөгөн машиналар ифрат күп. Дәүләкән районы территорияһында ғына 17 мең автомобиль теркәлгән. Ул техникалар төрлө йылдарҙа сығарылған, шулай уҡ кеше факторы ла роль уйнай – күптәр тиҙлек режимын боҙа, эскән килеш руль артына ултыра, ҡаршы һыҙатҡа сыға. Былар юл-транспорт ваҡиғаларына килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, иҫерек килеш руль артына ултырыусылар, ҡабатлап ҡағиҙә боҙоусылар күпкә кәмене.
Ағымдағы йылдың ғинуар-июнь айҙарында ЮХХДИ бүлексәһе тарафынан 3856 ҡағиҙә боҙоу теркәлгән. Был осорҙа юлдарҙа һәм ауылдарҙа ауыр эҙемтәләр менән бер нисә авария теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған. Бер аварияла биш кеше йәрәхәтләнгән. Транспорт сараһын урлап алып китеү осраҡтары бар. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарфынан 10 енәйәт эше асылған.
Беҙҙең эшмәкәрлектең башҡа йүнәлештәре буйынса түбәндәге һандарҙы килтерергә мөмкин: йыл башынан РЭГ подразделениеһы тарафынан 2225 теркәү эше башҡарылған, 1943 водитель таныҡлығы бирелгән һәм алмаштырылған. Дөйөм алғанда, мөрәжәғәт иткән 3968 кешегә төрлө төр дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелгән.
Беҙҙә 14 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың бер өлөшө тәүлек әйләнәһенә юлдарҙа дежур итә.
РЭГ начальнигы, полиция капитаны Р.Р. Рәшитов, РЭГ инспекторы, полиция майоры И.М. Ахунов, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Ф.М. Садиҡов, П.М. Григорьев, Ф.А. Винников, Р.Р. Сәфәрғәлин, И.Р. Вәлиев, Р.Р. Шәйхуллин, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкән инспекторы Д.Р. Ғәлиев, ИАЗ инспекторы Г.Ф. Маннанова һөнәри байрамдарын яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай.
Паспортисткалар Н.С. Винникова, Е.А. Зайцевская, Э.И. Гәрәева автомобилдәр һатыу-һатып алыу килешеүҙәрен тултырыу, водитель таныҡлыҡтары биреү һәм алмаштырыу буйынса үҙ бурыстарын тейешенсә үтәй.
Хөрмәтле коллегаларымды, төрлө йылдарҙа беҙҙең бүлектә хеҙмәт иткән ветерандарҙың барыһын да һөнәри байрам менән ҡотлайым.
Читайте нас: