+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Июль 2019, 17:56

Уларҙың ишеге һәр кемгә асыҡ

Имай-Ҡарамалы ауылы ғәжәйеп матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бында эшһөйәр һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Ирле-ҡатынлы Йыһанур Ғәйзетдин улы һәм Нәйлә Һиҙиәт ҡыҙы Ғилметдиновтар ауылдаштары араһында хаҡлы абруй яулаған.

Имай-Ҡарамалы ауылы ғәжәйеп матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бында эшһөйәр һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Ирле-ҡатынлы Йыһанур Ғәйзетдин улы һәм Нәйлә Һиҙиәт ҡыҙы Ғилметдиновтар ауылдаштары араһында хаҡлы абруй яулаған. Улар ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер кисерә, татыу ғаиләлә ете бала үҫеп буй еткән.
Ҡарттарҙың иңенә күп ауырлыҡтар төшә. Улар икеһе лә Имай-Ҡарамалы ауылында тыуып үҫкән. Нәйлә Һиҙиәт ҡыҙы бәләкәйҙән үк етем ҡала һәм уны Суйынсы балалар йортона урынлаштыралар. Мәктәпте тамамлағас Салауат ҡалаһында нефть эшкәртеү заводында эшләй. Артабан яҙмыш ҡыҙҙы тыуған ауыл менән кире бәйләй. Ҡатыны йәшләй генә вафат булған тол ир Йыһанурға кейәүгә сыға. Ул ваҡытта ирҙең ҡулында биш йәштәре лә тулмаған ике малай – Мәғәфур менән Ғаян була.
Нәйлә балаларҙы үҙенеке һымаҡ ҡабул итә. Ирле-ҡатынлы урындағы хужалыҡта эшләй башлай, береһе һыйыр һауа, икенсеһе тракторға ултыра. Аңлашып һәм килешеп йәшәйҙәр. Уртаҡ балалары – ҡыҙҙары Филзә, Рәзинә, улдары Наил, Зиннур, Илнур тыуа. Ата-әсә сабыйҙарына бар йөрәк йылыһын бирә, уларҙы бер ҡасан да айырмай, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булырға, хеҙмәтте һөйөргә өйрәтәләр, шуға улар бер-береһенә берегеп, дуҫ булып үҫә.
Йыһанур Ғәйзетдин улы һәм Нәйлә Һиҙиәт ҡыҙы бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырмай, икеһе лә “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ була, ә хужабикә “Әсәлек даны” миҙалы менән дә наградлана. Йорт һалалар, баҡса үҫтерәләр, ҡура тултырып мал аҫрайҙар. Ҡарттар бөгөн дә ихаталарын тәртиптә тоторға тырыша. Яҙын ҡар иреп бөтөү менән баҡса мәшәҡәттәренә сумалар. Хужабикәнең тырышлығы менән уларҙың баҡсаларында көҙгә тиклем төрлө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Ҡурай еләге, сейә, ҡарағат мул уңыш менән ҡыуандыра, ә йомарт хужалар уны яҡындарына тарата, күршеләрен һыйлай.
- Беҙ ата-әсәйебеҙҙән бер ҡасан да насар һүҙ ишетмәнек, - ти ҡыҙҙары Рәзинә, - улар бер-береһен хөрмәт итә, һөйөүҙе, изгелекте иң беренсе урынға ҡуя. Беҙҙе, балаларын да шуға өйрәттеләр.
Атай йорто – ҙур ғаилә өсөн яҡты усаҡ. Һигеҙ ейәндәре, биш бүләләре олатай менән өләсәй эргәһенә ҡайтырға ашҡынып тора. Бында уларҙы һәр саҡ көтәләр, яраталар, аҡыллы кәңәштәр бирәләр. Яҡындары өсөн дә Йыһанур Ғәйзетдин улы һәм Нәйлә Һиҙиәт ҡыҙы мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ өлгөһө.
Читайте нас: