+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июль 2019, 14:06

Балалар һабантуйы

Ҡаҙанғол ауылында, Дим буйында, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған балалар һабантуйы уҙғарылды.

Ҡаҙанғол ауылында, Дим буйында, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған балалар һабантуйы уҙғарылды. Уны ауыл хакимиәте, мәҙәниәт, китапхана, мәктәп хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Байрамды үткәреүҙә Рөстәм һәм Фәнүр Сәлимғәрәевтар, Илгиз Ниғмәтуллин, Сабир Ғарипов, Гөлназ Хәмәҙиева, Әхиәр Әйүпов, Рәис Шәйәхмәтов, Фәғит Әминов, Ҡаҙанғол ауылы халҡы матди ярҙам күрһәтте. Ринат Мөхәмәтғәлин, Ирек һәм Айҙар Хаматовтар шәхси хужалыҡтарынан көрәш еңеүселәренә тип һарыҡ бирҙе. Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Ринат Мөхәмәтғәлин йыйылыусыларҙы сәләмләне, сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән кешеләргә рәхмәт белдерҙе.
Артабан төрлө спорт ярыштары, милли уйындар башланды. Майҙан дәртле йыр-моңдан яңғырап торҙо.
Милли көрәш һәр ваҡыттағыса күпселек халыҡты үҙенә йәлеп итте. Йәш батырҙар көс һынашты. Танылған көрәшселәр Фәрғәт Шәмсетдинов, Йәмил Арыҫланов, Венер Йәғәфәров, Марс Вилданов алыш барышын тәүәл күҙәтеүҙә тотто. 20 килограмм ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды Асҡар Юльяҡшин алды, 25 килограмм ауырлыҡ категорияһында Искәндәр Вилданов, 30 килограмға тиклем категорияһында Рамаҙан Әбделғәлимов, 40 килограмм ауырлыҡ категорияһында Данил Булатов, 50 килограмм ауырлыҡ категорияһында Илнур Вилданов еңеүсе тип танылды.
Иркен аҡланда балалар өсөн төрлө аттракциондар, уйын майҙансыҡтары эшләне, квадрациклда йөрөү ойошторолдо.
Байрамдан һуң һәр кем ҡәнәғәтлек тойғоһо алып, рәхәтләнеп ял итеп, күтәренке кәйеф менән таралды.
Читайте нас: