2018 йылда З.Н. Григорьева крәҫтиән-фермер хужалығы “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” төбәк программаһында ҡатнашып, дәүләт ярҙамы ала. Был уларға үткән йыл иҫке ферманы һүтеп ҡороу эштәрен башларға этәргес бирә, бында һыйыр ҡураһы, һыу эсереү яйланмаһы, тиреҫ түгеү өсөн транспортер ҡуйыласаҡ. Һөт торба буйлап китәсәк, һыуытҡыс урынлаштырыласаҡ, был инде продукцияның сифатында сағылыш табасаҡ, әлбиттә. Эшсәндәргә ял итеү өсөн махсус бүлмә ҡаралған. Программаның талаптарына ярашлы, реконструкциялау буйынса бөтә эштәрҙе быйыл тамамларға кәрәк. Яңы фермала йәнә өс эш урыны булдырыласаҡ.
Малсылар коллективы үҙ бурысын еренә еткереп башҡара. Үлән һутлы мәлдә юғары һауымдарға өлгәшергә тырышалар. Бөгөн бында һәр һыйырҙан 17-18 килограмма һөт һауып алына. Светлана Кузьмина, Ольга Иванова, Анастасия Михайлова яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.