0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Июль 2019, 13:24

Меңлеләр йыйыны

Үткән шәмбе Сергиополь ауылы эргәһендә мең ырыуы башҡорттарының йыйыны үтте

Үткән шәмбе Сергиополь ауылы эргәһендә мең ырыуы башҡорттарының йыйыны үтте. Сараға Дәүләкән, Бишбүләк, Иглин, Өфө, Шишмә, Әлшәй, Ауырғазы райондары вәкилдәре йыйылды. Ҡунаҡсыл хужалар һәр тирмәлә ихлас ҡаршы алды, милли эсемлектәр – ҡымыҙ, буҙа, милли ашамлыҡтар менән һыйланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үткән байрамға Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан килгән ҡунаҡтарҙы күреү, улар менән аралашыу уғата мәртәбә өҫтәне, байрамдың бәҫен арттырҙы. Милли уйындар, көрәш, ат сабыштырыу, спорт ярыштары – ғөмүмән, йыйылыусылар күңеленә ятҡан шөғөл тапты, көйәрмәндәр иһә уларҙы дәртләндереп торҙо. Йыйын фотоларын беҙҙең сайтта ҡарағыҙ.
Читайте нас: