+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июль 2019, 18:59

Беҙ – меңлеләр!

Йыйын –беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән боронғо байрам

Йыйын – беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән боронғо байрам. Унда халҡыбыҙ тормошондағы мөһим ваҡиғалар сағылған. Йыйынға тирә-яҡ ауылдар халҡы саҡырылған һәм килеп тыуған мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелгән: аҡһаҡлдар уртаҡ фекергә килгәндәр, киләсәккә уй-ниәттәр ҡорғандар. Байрам ваҡытында ҡунаҡтар туҡтаған йортҡа мотлаҡ бәрәкәт, муллыҡ килер фаразлағандар, тап шуның өсөн һәр кешене ихлас ҡунаҡ иткәндәр, түрҙән урын биргәндәр.
Ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғролоҡ һаҡлап, һуңғы йылдарҙа йыйындар йәнә тергеҙелде һәм, әйтергә кәрәк, ул күп ҡатнашыусыларҙы бергә туплай. Ҡояшлы июль көндәренең береһендә Сергиополь ауыл эргәһендә мең ырыуы вәкилдәре йыйылды. Күркәм сараға Әлшәй, Ауырғазы, Өфө, Шишмә, Иглин, Бишбүләк райондары вәкилдәре килде. Уларҙың һәр береһе тирмә ҡорған, уларҙа сигеүле таҫтамалдар, француз яулыҡтары, боронғо көнкүреш әйберҙәрен күрергә мөмкин ине. Ошонда уҡ оҫталар үҙҙәренең һәләттәрен башҡаларға күрһәтте.Милли костюмдар кейгән ҡунаҡсыл хужалар ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алды, милли ашамлыҡтар тәҡдим итте. Абруйлы ҡунаҡтар араһында яҡташтарыбыҙ – Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе идарасыһы М.М. Латипов, шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, журналист Л.Х. Абдуллина, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр, медицина фәндәре докторы, профессор М.Т. Юлдашев, философия фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһы академигы Ф.С. Фәйзуллин бар ине.
Сәләмләү һүҙҙәре менән Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Г.Ф. Зарипов, “Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ә.Д. Тимербулатов, шағирә Л.Х.Абдуллина сығыш яһаны.
... “Берҡаҙан” өлгөлө ҡурайсылар ансамбленең ҡурай моңдары оҙатыуында (етәкселәре - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р. Тимеров) “Мең ырыуы” йәмәғәт ойошмаһының флагы күтәрелә. Уны күтәреү хоҡуғы “Көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса спорт федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе В.И. Ильясов менән Ҡырҡөйлө мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы Ф.И. Хәлиуллинға бирелде.
Яҡташыбыҙ, яҙыусы, Яңы Яппар ауылында тыуып үҫкән Мәхмүт Бакир улы Сәлимовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырыу йыйындың иң тантаналы минуттарының береһе булды. Зөләрәм Рәүеф ҡыҙы Снигиреваға “Башҡортостан Республикаһының халыҡ сәсәне” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Артабан “Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ә.Д. Тимербулатов хөрмәтле яҡташыбыҙ М.М. Латиповҡа һәм район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәновҡа “Мең ырыуы” йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Йыйынды тейешле киәмлдә ойошторған өсөн район Мәҙәниәт йорто хеҙм-ткәре Сергей Гореславец Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хатына, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәфис Әхмәтрәхимов махсус бүләккә лайыҡ булды.
Киң күләмдә үткән сараға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар килгәйне. Уларҙың береһе - беҙҙең яҡташыбыҙ, Сургут ҡалаһы филармонияһында “Светилен” хор копеллаһы вокалисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Вперед ауылында тыуып үҫкән Светлана Мырҙагәрәева-Люпп. Кесе тыуған илендә сығыш яһау уны айырыуса ҡанатландырҙы, дәртләндерҙе. Космонавтикаға нигеҙ һалған кешеләрҙең береһе К.Э. Циолковскийҙың бүләсәре, Калуга ҡалаһында йорт-музей директоры булап эшләгән Елена Алексеевна Тимошенкованың байрамда ҡатнашыуы дәүләкәндәр өсөн ысын сюрприз ине тиһәң дә ярай. Дондағы Ростовтан “Йәш моряк” клубы курсанттарын күреү ҙә меңлеләр йыйынына мәртәбә өҫтәне.
Сәхнәлә бер-бер артлы һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны. Башҡорт халыҡ йырҙары, шиғырҙар яңғыраны, бейеүҙәр башҡарылды. Майҙанда һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба алды. Берәүҙәр көрәшергә, икенселәр футбол уйнарға, ҡул көрәштерергә, көйәнтәләп һыу ташырға ашыҡты. Шулай уҡ һөңгө ырғытырға, бағанаға үрмәләргә мөмкин ине.
Хужалар - дәүләкәндәр үҙҙәренең ҡунаҡсыллығын, ата-бабаларының йолаларын һаҡлауҙарын күрһәтте.
Үткәрелгән бөтә конкурстар йомғаҡтары буйынса беҙҙең район беренсе урын яуланы.
Читайте нас: