+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июль 2019, 18:55

Урамда сауҙа итеү

“Балҡантау” гәзите редакцияһы Дәүләкән пенсионерҙарынан хат алды, улар өлкән йәштәге граждандар өсөн урамда сауҙа итеүҙе ойоштороуға бәйле мәсьәләне күтәргән.

“Балҡантау” гәзите редакцияһы Дәүләкән пенсионерҙарынан хат алды, улар өлкән йәштәге граждандар өсөн урамда сауҙа итеүҙе ойоштороуға бәйле мәсьәләне күтәргән. Гәзит ошо һорауға аңлатма биреүҙәрен үтенеп, Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһенә һәм ҡала баҙары директоры Р.Р. Ғиләжевҡа мөрәжәғәт итте.
Ҡала биләмәһендә әйтеүҙәренсә, кирбес заводы (“Аида” магазины эргәһендә), СУ-3 микрорайондарында (“Урожай” магазины эргәһендә), Завод урамында (физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡаршыһында) “Өләсәйе баҙары” тип исемләнгән павильондар ҡуйылған. Был павильондарҙа сауҙа иткән өсөн түләү алынмай. Улар пенсионерҙарға шәхси хужалыҡтарында үҙҙәренән артҡан аҙыҡ-түлекте йорттарынан алыҫҡа китмәйенсә һатыуға сығарырға мөмкинлек бирә.
Ҡала үҙәгендәге баҙарға килгәндә, бирелгән һорауға яуаплылығы сикләнгән “Гранд” йәмғиәте директоры Р.Р. Ғиләжев аңлатма биреп, мөрәжәғәт иткән пенсионерҙарҙан ғәфү үтенде һәм баҙарҙа сауҙа итеү йәһәтенән дәғүәләр менән учреждение администрацияһына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте. Директорҙың яуабы түбәндәгесә яңғыраны:
“Пенсионерҙар һәм ауыл хужалығы тауары етештереүселәр өсөн өс йыл элек үк сауҙа урындары булдырылғайны: павильонда – 10 урын, ябыҡ прилавкаларҙа – 12 урын. Еләк-емеш менән менән сауҙа иткән эшҡыуарҙарға килгәндә, шуны әйтәм, улар Рәсәй граждандары булып торалар, рәсми рәүештә теркәлгәндәр һәм үҙҙәренең хеҙмәт эшмәкәрлеген килешеүгә ярашлы алып баралар. Йәмәғәт бәҙрәфе булдырылған һәм ул баҙарҙың эш режимына ярашлы эшләй”.
Баҙар майҙанында урынлашҡан магазиндарҙан тауарҙы урамға сығарып һатыуға бәйле һорауға баҙар директоры был магазиндарҙың баҙарға бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы булмауын һәм уларҙың эшмәкәрлеге өсөн яуап бирмәүҙәрен белдерҙе.
Читайте нас: