+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июль 2019, 11:34

Ипотека кредиттары буйынса процент ставкаларын субсидиялау тураһында

Рәсәй Федерацияһы Финанстар министрлығының 2019 йылдың 14 июнендәге 05-05-06/43327-се хатында хәбәр ителеүенсә

Рәсәй Федерацияһы Финанстар министрлығының 2019 йылдың 14 июнендәге 05-05-06/43327-се хатында хәбәр ителеүенсә, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Координация советы ултырышында 2012-2017 йылдарға балалар мәнфәғәттәренә милли стратегияны тормошҡа ашырыу йәһәтенән яһалған йомғаҡтар буйынса, 2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең кредит ойошмалары йәки “ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәте тарафынан торлаҡ алыуға йәиһә элегерәк ошо маҡсатта алынған кредитты рефинанслауға ике йәки өс балалары булған ғаиләләргә (ипотека) торлаҡ кредиттары (займдары) буйынса 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 ғинуарына тиклемге осорҙа икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләргә йыллыҡ процент ставкаһы алты процент менән иҫәпләнә. Бындай субсидияның сроктары икенсе бала тыуғанда – өс йыл, өсөнсө бала тыуғанда биш йыл тәшкил итә.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан 2017 йылдың 30 декабрендә “Балалары булған Рәсәй Федерацияһы граждандарына бирелгән (алынған) торлаҡ (ипотека) кредиты буйынса алынып бөтмәгән килемдәрен ҡайтарыуға федераль бюджеттан Рәсәйҙең кредит ойошмаларына һәм“ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәтенә субсидиялар биреү ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында” 1711-се ҡарар ҡабул ителде.
Ошо ҡарарҙы үтәү сиктәрендә, тыуымды арттырыу маҡсатында, ипотека кредитлауын һәм торлаҡ төҙөлөшөн яйға һалыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Балалары булған Рәсәй Федерацияһы граждандарына бирелгән (алынған) торлаҡ (ипотека) кредиты буйынса алынып бөтмәгән килемдәрен ҡайтарыу өсөн Финанстар министрлығы тарафынан субсидия биреү программаһы тормошҡа ашырыла.
Программаның айырым шарттарын үтәү маҡсатында 2019 йылдың 28 мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан “Балалары булған Рәсәй Федерацияһы граждандарына бирелгән (алынған) торлаҡ (ипотека) кредиты буйынса алынып бөтмәгән килемдәрен ҡайтарыуға федераль бюджеттан Рәсәйҙең кредит ойошмаларына һәм“ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәтенә субсидиялар биреү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында» 339-сы ҡарар ҡабул ителде.
Унда түбәндәгеләр ҡарала:
- 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 ғинуарына тиклемге осорҙа икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләргә йыллыҡ процент ставкаһын алты процент менән иҫәпләргә;
- Алыҫ Көнсығыш федераль округында йәшәгән, һәм ошо территорияла торлаҡ алырға теләгән, балалары 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған Рәсәй Федерацияһы граждандарына торлаҡ кредиты буйынса йыллыҡ процентты биш процентҡа тиклем кәметергә;
- Алыҫ Көнсығыш федераль округы ауылдарында урынлашҡан ер участкалары булған торлаҡ бина һатып алыуға беренсел һәм икенсел торлаҡ баҙарында ипотека кредиттары буйынса процент ставкаһына субсидия бирергә.
Бынан тыш, субсидия биреү программаһына банктар тарафынан элегерәк бирелгән кредиттар ҙә индерелә ала. Был мөһим үҙгәреш күп ғаиләләргә дәүләт ярҙамынан файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Читайте нас: