+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июль 2019, 11:39

Камералар юлдарҙа ярҙам итһен өсөн

Рәсәй Президентының Дәүләт Советы ултырышында юлдарҙа йәшерен камералар ҡуйыуға юл ҡуймау тураһындағы белдереүенән һуң «Халыҡ фронты» (ОНФ) Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте граждандарҙы законһыҙ камера урынлаштырыу осраҡтары тураһында хәбәр итергә саҡыра.

Рәсәй Президентының Дәүләт Советы ултырышында юлдарҙа йәшерен камералар ҡуйыуға юл ҡуймау тураһындағы белдереүенән һуң «Халыҡ фронты» (ОНФ) Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте граждандарҙы законһыҙ камера урынлаштырыу осраҡтары тураһында хәбәр итергә саҡыра.
Рәсәй Президенты, ОНФ лидеры Владимир Путин йәшерен камералар ҡуйыу тураһында белдерҙе һәм дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Дәүләт советы ултырышында юлдарҙа йәшерен камералар урынлаштырылырға тейеш түгел, тине. Улар юлдарҙа авариялар һәм йәрәхәтләнеүҙәр һанын кәметеү, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҡуйылыуын билдәләне.
Камералар урынлаштырыу юл участкаларының тәғәйен шарттарына тура килергә, ә улар хаҡында иҫкәртеүсе махсус билдәләр ҡуйылырға тейеш. Әгәр ошо шарттар күҙәтелмәй икән «ОНФ Юл инспекцияһы/Насар юлдар картаһы» проекты, активистары граждандарҙы «Насар юлдар» мобиль ҡушымтаға хәбәр итергә саҡыра.
Халыҡ фронты алынған мәғлүмәтте прокуратураға ебәрергә әҙер, тине проект координаторы, Дәүләт думаһы депутаты Александр Васильев. Ул граждандарҙы камералар ҡуйыуҙы боҙоуға юл ҡуйылған осраҡтарға иғтибар итергә саҡыра: «Камералар аныҡ юл участкаһында тәғәйен ҡағиҙәләргә ярашлы урынлаштырыла. Шуға күрә улар теләһә ҡайһы урында ҡуйылырға тейеш түгел».
Камера урынлаштырылған, әммә уның тураһында иҫкәртеү билдәһе юҡ, закон буйынса камера ҡуйыу ҡаралмаған, әммә ул бар - проект активистары тап ошондай осраҡтарға мониторинг үткәрәсәк.
Тиҙлек режимын күҙәтергә кәрәклеге билдәләнә, әммә камералар аҡса эшләү өсөн түгел, юлдарҙа хәүефлек хәрәкәтен тәьмин итеү сараһы булараҡ ҡабул ителә.
Мәҫәлән, юл участкаһында хәүефһеҙлек яғынан хәлдәр яҡшы һәм машина сәғәтенә 60 километр менән бара, бер аҙҙан алда сәғәтенә 40 километр менән барырға кәрәклеген иҫкәртеүсе билдә күренә. Был урындағы властарҙың штрафтарҙа аҡса эшләргә теләге булыуына шик тыуҙыра. Ә был инде законды боҙоу булып тора, уның өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Камералар урынлаштырыу юлдарҙағы хәлдәргә тап килергә, төбәктең дәүләт автоинспекцияһы начальнигы менән килешелгән булырға тейеш.
Читайте нас: