+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2019, 13:43

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ хөрмәтенә

Район Мәҙәниәт йортонда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә ҡарата тантаналы сара үтте,

Район Мәҙәниәт йортонда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә ҡарата тантаналы сара үтте, унда район һәм ҡала хакимиәттәре, төрлө ведомстволар һәм ойошмалар, йәмәғәтселек вәкилдәре, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән, лайыҡлы балалар үҫтергән, намыҫлы эшләгән, бөгөн хаҡлы абруй ҡаҙанған ғаиләләр, уларҙың яҡындары һәм туғандары ҡатнашты.
Байрамға килеүселәргә тәбрикләү һүҙҙәре менән хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов мөрәжәғәт итте. Ул тормош ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән, ғаилә усығы йылыһын, бер-береһенә һөйөүен ғүмер буйы һаҡлап килгән өлкән быуын вәкилдәренең йәштәргә өлгө булып тороуын билдәләне. Беҙгә тап шундай кешеләрҙән өлгө алырға кәрәк.
Ғаилә йолаларын һаҡлау һәм нығытыуға бәйле ҡаҙаныштарын таныу хөрмәтенә ирле-ҡатынлы Йыһанур Ғәйзетдин улы һәм Нәйлә Һиҙиәт ҡыҙы Ғилметдиновтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды.
Үткән йылдың апрелендә Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте тарафынан “Ғаилә даны” тип исемләнгән иҫтәлекле билдә булдырылды. Ул ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән, ғаилә институтын нығытыуға, райондың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән, балаларының сәләмәтлеге, физик һәм рухи яҡтан үҫеше, уларға белем биреү тураһында ҡайғыртҡан ата-әсләргә тапшырыла. Быйыл ошо билдә менән ирле-ҡатынлы Роберт Владимирович һәм Ольга Николаевна Рихтер, Иван Иванович һәм Раиса Николаевна Забатуриндар, Николай Александрович һәм Флүрә Абдулла ҡыҙы Лопатиндар, Флүр Әнүәр улы һәм Тәнзилә Хөсәйен ҡыҙы Сәйетгәрәевтар, Юрий Ефимович һәм Валентина Романовна Есаковтар, Әнүәр Абдулла улы һәм Фәрзәнә Фәрит ҡыҙы Шакировтар, Петр Иванович һәм Варвара Павловна Заяц, Виктор Николаевич һәм Зоя Николаевна Стручковтар, Рәүеф Әнүәр улы һәм Ғәлиә Шаһи ҡыҙы Сәфәрйәновтар, Илдус Вәкил улы һәм Флүрә Фәзил ҡыҙы Таһировтар билдәләнде.
Байрамса кейенгән, бер аҙ тулҡынланған бүләкләнеүселәр фиҙакәр хеҙмәттәре, балаларын үҙ иленең ысын граждандары итеп тәрбиәләгәндәре өсөн күп йылы һүҙҙәр ишетте. Уларҙы ошондай тантаналы мәл менән ҡотларға килгән яҡындары ла ситтә ҡалманы. Быуындар бәйләнешен күреү, бер-береһен яратҡан, хөрмәт иткән кешеләрҙең мөнәсәбәте барыһында ла һоҡланыу уятты. Сәскә гөлләмәләре, ҡосаҡлашыуҙар тәрән ихтирам тойғоларын асыҡ сағылдырҙы.
Сара йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте. Үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары тантананы уғата йәмләндереп ебәрҙе. Байрамдың барыһының да бергә вальста өйөрөлөүе менән тамамланыуы айырыуса матур булды. Йәш саҡтарындағыса икәүләшеп вальста әйләнеү өлкәндәрҙе алыҫта ҡалған йәшлек йылдарына, бер-береһен табышҡан, ҡауышҡан, ғүмерлеккә бергә булырға, яратырға, һаҡларға анттар бирешкән мәлдәренә алып ҡайтты, яҡлы хәтирәләрҙән йөҙҙәре балҡыны. Бөгөн улар үҙ вәғәҙәләренә тоғролоҡтарын йәнә бер иҫбатланы.
Читайте нас: