+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2019, 14:44

Ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар

Уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу, һөнәри эшмәкәрлектәрендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүгә ылыҡтырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, 2019 йылдың 1 июленән йыл һайын 100 грант бирелә, күләме – 600 мең һум.
Указ менән грант биреү буйынса комиссия, уның составы, положение раҫланған. Башҡортостан Хөкүмәтенә уны түләү тәртибен билдәләү йөкмәтелгән.
Конкурста халҡы 10 000 кешенән артмаған ауыл ерендә дөйөм белем биреү мәктәптәрендә кәмендә ике йыл эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала. Уларҙы дөйөм белем биреү ойошмалары һәм муниципаль райондарҙың мәғариф идаралыҡтары күрһәтә.
Конкурсҡа документтар йыл һайын 1 авгусҡа тиклем тапшырылырға тейеш.
Читайте нас: