-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2019, 13:41

Бәйләнеш өҙөлмәһен!

Бик-Ҡарамалы почта бүлексәһендә коллектив ҙур түгел, ни бары өс кеше эшләй:

Бик-Ҡарамалы почта бүлексәһендә коллектив ҙур түгел, ни бары өс кеше эшләй: почта бүлексәһе начальнигы Зилә Изһан ҡыҙы Богданова һәм ике почтальон - Гөлсимә Шәкүр ҡыҙы Нагаева менән Эльвира Әхәт ҡыҙы Кәримова. Улар Бик-Ҡарамалы ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған Бик-Ҡарамалы, Заря, Рублевка, Әлмәт, Баҡса, Вязовка, Искәндәр, Хотимля ауылдарын хеҙмәтләндерә. Барлығы һигеҙ ауыл. Был төрлө йәштәге меңгә яҡын кеше.
Ауыл ерендә почта корреспонденция ебәреү, коммуналь түләүҙәр индереү һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү, көндәлек тауарҙар алыу урыны ғына түгел, үҙенсәлекле мәҙәни һәм мәғлүмәт үҙәге лә булып тора. Бында эшләүселәр ауылдаштарын яҡшы белә, улар менән йәнле итеп аралаша, хәл-әхүәлдәрен һораша, бер үк ваҡытта уларҙы яңылыҡтар менән таныштыра, төрлө гәзит-журналдар тәҡдим итә. Күптәр почта бүлексәһенә килеп үҙенә кәрәкле тауар һатып ала, рәхәтләнеп һөйләшеп, аралашып ҡайтып китә. Бында һәр клиентты йылмайып ҡаршы алалар, матур итеп хеҙмәтләндерәләр.
Зилә Изһан ҡыҙы 1984 йылда егерме йәшлек ҡыҙ сағында Дәүләкән почтамты йүнәлтмәһе буйынса Бик-Ҡарамалы почта бүлексәһенә эшкә килә. Бер аҙ эшләрмен дә китермен тип килгән йәш белгес ошонда ғүмерлеккә төпләнеп ҡала һәм һис тә үкенмәй. Икенсе яртыһын да тап ошо ауылда осрата. Шофер булып эшләгән Риғәт исемле егеткә кейәүгә сыға, йәштәр үҙ хужалыҡтарын булдыралар, ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.
- Эшемде яратып башҡарам, - ти Зилә Изһан ҡыҙы. – Почтала һәр саҡ тормош ҡайнай, гел кешеләр араһындамын, күңелһеҙләнеп торорға ваҡыт юҡ. Беҙ кешеләрҙе бәйләүсе звено, айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн. Улар яйлап ҡына гәзит-журналдарҙы ҡарап сығырға, почтальондар менән аралашырға ярата. Беҙҙең көтөп алалар, хәлдәребеҙ менән ҡыҙыҡһыналар.
Ауыл почтальондарының мәшәҡәттәре етерлек. Матбуғат баҫмаларын таратыр өсөн уларға күп километрҙар үтергә тура килә, өҫтәүенә көндәлек тауарҙар ҙа һатырға кәрәк. Был эш еңелдән түгел, ул сыҙамлыҡ, түҙемлек, башҡарыусанлыҡ, тәртип һәм, әлбиттә, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы, үҙ бурысыңа яуаплы ҡарауҙы талап итә. Бик-Ҡарамалы почта бүлексәһе почтальондары Гөлсимә Шәкүр ҡыҙы Нагаева менән Эльвира Әхәт ҡыҙы Кәримовала был сифаттарҙың барыһы ла бар. Берҙәм коллективта эштәр һәр саҡ ыңғай бара.
Дәүләкән ҡалаһындағы 2-се почта элемтәһе бүлексәһе коллективы етәкселеге лә халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанған. Был почта бүлексәһе Күл урамында урынлашҡан. Бында ғәмәлдә шәхси йорттар. Шуға улар һәр клиентын йөҙгә таный тиһәң дә дөрөҫ булыр. Күпселек ветерандар. Бүлексәлә уларҙы яҡшы беләләр, ихлас ҡаршылайҙар, иғтибар менән тыңлайҙар.
- Микрорайонда йәшәүселәр йорт, хужалыҡ өсөн кәрәк-яраҡ алырға, гәзит-журналдарға яҙылырға килә, - тип һөйләй почта элемтәһе бүлексәһе начальнигы Роза Фидай ҡыҙы Третьякова, - ике телдә донъя күргән, ҡала һәм район яңылыҡтары менән даими таныштырып барған баҫмаға өҫтөнлөк бирәләр, әлбиттә. Йәштәр күберәк китаптар, канцелярия тауарҙарын һайлай. Һатыуҙа былар барыһы ла бар. Коммуналь түләүҙәр ваҡытында кеше айырыуса күбәйеп китә.
Почта элемтәһе бүлексәһе начальнигының эш көнө кисәге көнгә йомғаҡ яһауҙан, пландың үтәлешен анализлауҙан башлана. Документтар менән күп эшләргә кәрәк. Бынан тыш гәзит-журналдар ҡабул итергә, килеүселәрҙе хеҙмәтләндерергә, почтальондарға йөкләмә бирергә...
Бында өс почтальон хеҙмәт һала. Нимәһе ҡыҙыҡ, уларҙың икәүһе – ир кеше. Бындай күренеш бик һирәк. Тимерхан Йәдкәр улы Сафин һәм Рәил Рәжәп улы Иҫәнғужин Яңы Аҡҡолай, Дүртөйлө, Иҫке Көрмәнкәй ауылдары халҡына гәзит-журнал тарата. Почтальон Ирина Владимировна Шәүәлиева хеҙмәтләндергән ҡала участкаһын да иҫәпкә алһаң, был 1170 йорт, өс меңдән ашыу кеше.
Коллектив яҡшы эшләй, үҙҙәренең бурыстарына яуаплы ҡарай, кешеләр менән уртаҡ тел таба белә.
Почта элемтәһе бүлексәһе начальнигының тәүге ярҙамсыһы – оператор Рита Рәмил ҡыҙы Кузьмина.
- Ул тәжрибәле һәм яуаплы хеҙмәткәр, яңы эш алымдары үҙләштереүҙән ҡурҡмай, - ти Роза Фидай ҡыҙы. – Уға таянырға була. Йылмайыуы, алсаҡлығы беҙҙең дә, килеүселәрҙең дә кәйефен күтәрә, дәрт өҫтәй.
Беҙҙең ҡалала һәм районда йәмғеһе 22 почта бүлексәһе эшләй, унда 150-нән ашыу кеше хеҙмәт һала, беҙгә почта хеҙмәттәре күрһәтә.
Читайте нас: