-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2019, 14:37

Машинаңды газонда ҡалдырма! Юғиһә штраф!

Апрель айынан алып Башҡортостанда машинаны газондарҙа туҡталҡаға ҡуйған өсөн штраф һалына

Апрель айынан алып Башҡортостанда машинаны газондарҙа туҡталҡаға ҡуйған өсөн штраф һалына
Йылдан-йыл граждандарҙа машиналар күбәйә, шунлыҡтан уларҙы ҡуйырға урындар етешмәй. Бәхәсләшмәйем, шәхси машина – ул иркенләп йөрөү, үҙеңә уңайлы ваҡытта теләгән ереңә барыу мөмкинлеге. Бөгөн машинаһыҙ ғаиләләр бик һирәк, күптәрҙең бер нисә төр техникаһы бар.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары газондар, клумбалар һәм спорт, балалар майҙансыҡтары буйлап автомобилдәрҙә үткән йәки туҡталҡа яһаған өсөн штрафтар индерҙе.
Улар:
граждандар өсөн 1 – 2 мең һум,
вазифалы шәхестәр өсөн 5 – 10 мең һум,
юридик шәхестәр өсөн 20 – 30 мең һум тәшкил итә.
Был хәл тағы ҡабатланһа, штрафты икеләтә күләмдә түләргә тура киләсәк.
Закон буйынса административ комиссиялар протокол төҙөргә һәм штраф һалырға хоҡуҡлы. Улар һәр районда һәм ҡалала бар.
Әгәр ҙә штраф һалғанда машинаны бүтән кеше файҙаланһа һәм быны иҫбат итеп булһа – штраф шул мәлдә рулдә булған водителгә һалынасаҡ. Был каршеринг компанияларына ла ҡағыла: әгәр ҙә кемдер машинаны прокатҡа алып, уны клумбала ҡалдырһа, компанияға һорау мөрәжәғәте ебәреләсәк. Ваҡыты билдәле булғас, водителдең кемлеген асыҡлауы ҡыйын түгел – штраф шул кешегә һалынасаҡ.
Бындай ташлама кеше ташыу ҡағиҙәләрен боҙоу йәки юл сатынан үтеү тәртибен үтәмәгәндә һалынған штрафтарға ҡағыла. Газондағы туҡталҡаға ташлама ҡаралмаған.
Тротуарҙа туҡталҡа өсөн бер мең һум, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта өсәр мең һум штраф түләтәләр.
Штрафтарҙы ЮХХДИ инспекторҙары һала.
РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 27.13 статьяһы буйынса, машинаны икенсе рәттә, тоннелдә, үткәүелдә, трамвай юлында, тротуарҙа ҡалдырғанда, тормоз системаһы эшлектән сыҡҡанда, водитель “право”һыҙ йәки иҫерек булғанда, эвакуатор саҡырыла.
Әйткәндәй
Тыйыу индерелгәндән бирле республикала йәмғеһе 19072 законһыҙ туҡталҡаға ҡуйыу осрағы теркәлгән. Иң күбе – 10 меңдән ашыуы (дөйөм һандың 52 проценты) – баш ҡалала. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында ла машиналарын тыйылған урындарҙа ташлап китеүселәр күп. 10655 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Бер нисә аҙналыҡ динамиканы тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, был статья буйынса хоҡуҡ боҙоусылар һаны яйлап кәмей. Был – административ комиссиялар эше, урындағы үҙидара органдарының туҡталҡалар ойоштороуы һәм газондарҙы кәртәләүе һөҙөмтәһе. Шулай ҙа тыйылған ерҙәрҙә водителдәр машиналарын ҡалдырыуын дауам итә,
Был проблеманы республика властары таный. Рәсми иҫәп буйынса, Башҡортостанда 310 меңдән ашыу машина ҡуйыу урыны кәрәк. Бөгөнгә 140 мең урын ғына ҡоролған, 170 меңен булдырыу кисек-тергеһеҙ мәсьәлә булып тора.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын үтәүсе Борис Беляев әйтеүенсә, машина урындары етмәү проблемаһы комплекслы хәл ителәсәк. Быға туҡталҡаны тыйыу тураһындағы юл тамғаларын тикшереү, үҙаллы ҡуйылған шлагбаумдарҙы һәм ҡапҡаларҙы алып ташлау, ихаталарҙа билдәләр (разметка) төшөрөү (был 9 мең урын бирәсәк), квартал-ара һәм ихата эсе юлдарын киңәйтеү (12 мең урын) кеүек саралар инә.
Хөкүмәттә шулай уҡ яңы торлаҡ комплекстары төҙөгәндә машина ҡуйыу урындары һанын билдәләгән нормативтарҙы үҙгәртеү тәҡдимен индерҙеләр. Бының өсөн норматив-хоҡуҡи акттарҙы яңынан ҡарау талап ителә.
Читайте нас: