-10 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2019, 18:04

Сағыу һәм файҙалы байрам

“Ғаилә” Көнъяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге коллективы тарафынан , Ғаиләне, балаларҙы, йәштәрҙе яҡлау үҙәге ҡарамағында эшләп килгән ирекмәндәр хәрәкәте, йәштәр бүлеге, мәҙәниәт идаралығы, ЮХХДИ, 117-се янғын часы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында “Ҡояшлы” паркында “Хәүефһеҙ каникулдар” тип исемләнгән байрам ойошторолдо.

“Ғаилә” Көнъяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге коллективы тарафынан , Ғаиләне, балаларҙы, йәштәрҙе яҡлау үҙәге ҡарамағында эшләп килгән ирекмәндәр хәрәкәте, йәштәр бүлеге, мәҙәниәт идаралығы, ЮХХДИ, 117-се янғын часы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында “Ҡояшлы” паркында “Хәүефһеҙ каникулдар” тип исемләнгән байрам ойошторолдо.
Һәр коллектив ҡуйылған бурысты үтәүгә етди һәм яуаплы ҡараған. “Тиҙ ярҙам” һәм янғын машинаһы сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеп кенә ҡалманы, байрамды һиҙелерлек йәнләндерҙе. Балаларға сәләмләү һүҙҙәре менән иң тәүҙә медицина хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт итте. Улар ябай ғына итеп урманда, һыуҙа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген аңлатты, беренсе ярҙам күрһәтеү алымдарын күрһәтте, урамда аңын юғалтҡан кешегә тап булған осраҡта нимә эшләргә кәрәклегенә төшөндөрҙө. Йыйылыусыларға иҫкәрмәләр таратылды.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтергә кәрәклеген иҫтәренә төшөрҙө. Мәҫәлән, велосипедта йөрөргә яратыусыларға 14 йәштән генә машиналар йөрөй торған юлға сығырға ярай, ә юл аша сыҡҡанда капюшон кейеү хәүефле. Иҫкәрмәләрҙе һәм яҡтылыҡ ҡайтарғыс беләҙектәрҙе балалар ихлас ҡабул итте.
Янғын һүндереүселәрҙең сығышын барыһы ла ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Машина алдына утҡа ҡаршы көрәшеү өсөн ҡоралдар, аварияға осраған автомобилдәрҙән кешеләрҙе сығарыу өсөн яйланма, заманса аптечка һалынғайны. Балалар янғындарҙың ҡурҡыныс булыуын, был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эше еңел түгеллеген аңланы. Ут - хәүефле, уның менән шаярырға ярамай, тигән ҡарарға килде улар.
Янғын һүндереүселәрҙең кейемдәрен, техникаһын ҡарау улар өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы ине. Күп малайҙарҙың был минуттарҙа киләсәктә янғын һүндереүсе һөнәрен һайлау теләге уянғандыр, моғайын.
“Тауыш – 2019” конкурсында ҡатнашыусыларҙың сағыу тауыштары тамашасыларҙы, олатай, өләсәйҙәрҙе, ата-әсәләрҙе ҡыуандырҙы. Артем Машков сараны күңелле һәм дәртле итеп алып барҙы.
Ғәҙәти булмаған байрамдың бағыусыһы – Вадим Борисов (“Четыре сезона” йәмғиәте). Уның матди ярҙамы һөҙөмтәһендә балаларға татлы приздар алынды.
Ҡатнашыусылар фекеренсә, ошондай байрамдар йәй көндәренә матурлыҡ өҫтәй, ҡалала һәм районда йәшәүселәргә файҙалы сара булып тора.
Читайте нас: