+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июль 2019, 19:06

Баҙарҙа еләк мул!

Июль - еләк-емешкә мул ай. Шуның өсөн дә баҙарҙа уның ниндәйе генә юҡ: урман еләге, ҡара, ҡыҙыл ҡарағат, крыжовник, сейә – ҡайһыһын һайларға ла белеп булмай, хаҡтар, әлбиттә, ярайһы.

Июль - еләк-емешкә мул ай. Шуның өсөн дә баҙарҙа уның ниндәйе генә юҡ: урман еләге, ҡара, ҡыҙыл ҡарағат, крыжовник, сейә – ҡайһыһын һайларға ла белеп булмай, хаҡтар, әлбиттә, ярайһы. Был аңлашыла ла – еләкте үҫтереүе еңелдән түгел: һыу һибергә, бөжәктәрҙән, төрлө ауырыуҙарҙан эшкәртергә, ә ер еләген ҡырағай тәбиғәт шарттарында бер нисә сәғәт йөрөп, берәмләп йыйырға кәрәк.
Ҡара ҡарағаттың бер килограмына 250 һум һорайҙар, сейә яңы өлгөрә башланы - һатып алыусыға ул 70 һумға төшә, урман еләге - 300 , ҡурай еләге яҡынса - 250, крыжовник - 200 һум.
Бынан тыш, баҙарҙа йортта үҫтерелгән ҡыярҙар, помидорҙар күренә башланы. Ҡыярҙың килограмы - 90 һум, помидор – 180 һум. Магазинда осһоҙораҡ, әлбиттә, әммә үҙ баҡсаңда үҫтерелгәне тәмлерәк һәм файҙалыраҡ һанала.
Дөйөм алғанда, ауыл хужалығы продукцияһын үҙҙәре үҫтереүселәр һаны бер ни тиклем кәмеүе күҙәтелһә лә, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән мауығыусылар күп булыуы ҡыуандыра.
Читайте нас: