0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2019, 14:33

Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайҙар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – тыл хеҙмәтсәне Фәүиҙә Ғүмәр ҡыҙы Теләшева (Кәлимуллина) 1932 йылда Суйынсы ауылында колхозсы ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – тыл хеҙмәтсәне Фәүиҙә Ғүмәр ҡыҙы Теләшева (Кәлимуллина) 1932 йылда Суйынсы ауылында колхозсы ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Бәхетле бала саҡ оҙаҡҡа һуҙылмай. Һуғыш башланып китә һәм атаһын фронтҡа алалар. Әсәләренә ни бары 30 йәш була. Ул ваҡытта иҫке генә өйҙә дүрт бала һәм ҡарт өләсәләре йәшәй. Әсәһе көнө-төнө колхоз баҫыуында тир түгә, хужалыҡ эштәрен башҡарыу, туғандарын ҡарау туғыҙ йәшлек Фәүиҙәгә йөкмәтелә. Уларҙың өйҙәрендә электр ҙа, радио, гәзит, кәрәсин, икмәк тә, яҙырға дәфтәр, уҡыу өсөн китаптар ҙа булмай. Бөтә ғаиләгә бер калуш (шахтерка), бер пар бейәләй була. Мейескә яғыр өсөн төндәр буйы урмандан ҡоро-һары ташыйҙар. Ул йылдарҙа был закон боҙоу тип һанала һәм етди эҙемтәләр менән янай. Һабын да булмай. Көлдән һелтеле һыу эшләп мунсала шуның менән йыуынғандар, кер йыуғандар.
Фәүиҙә бик яуаплы ҡыҙ була. Бар ерҙә лә өлгөрә: һыйыр ҙа һауа, өйҙәрен ҡыҙыл балсыҡ менән һылай, мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға тырыша, тик рус теленән генә бер “өслө” сыға. Сығарылыш кисәһенә кейергә күлдәге, тантана өсөн тапшырырға өс һум аҡсаһы ла булмай. Ул ваҡытта кешеләр бер-береһенә ярҙам итешеп йәшәгән. Колхоз рәйесенең ҡатыны уға күлдәк биреп тора, класс етәксеһе Захар Факеевич Кадысов уның өсөн өс һум аҡса тапшыра.
Киләсәктә уҡырға керергә һайлау булмай. Стипендияны нефть институтында ғына түләйҙәр. Математика һәм физика буйынса ҡабул итеү имтихандарын ҡыҙ тик «бишле» билдәләренә генә тапшыра. Уҡыған йылдарҙа студенттарға 200 грамм икмәк бирәләр.Ҡайҙа инде билетҡа аҡса! Күпселек осраҡта Дәүләкән станцияһына тиклем вагонда эскәмйә аҫтында боҫоп йөрөргә тура килә, ауылға тиклем 25 километрҙы йәйәүләп ҡайта.
Институтта стипендия алып уҡый, биш йыл ятаҡта йәшәй. Туғандарына ла ярҙам итергә тырыша. Уның менән бергә Суйынсынан Миннур Ниғмәтйәнова уҡырға инә. Ауылдаштары уларҙың уңыштарына ҡыуана, ярҙам тәҡдим итә, ҡунаҡҡа саҡыра. Ауылда тәүгеләр иҫәбендә инженер һөнәрен үҙләштергән ҡыҙҙар тап улар була.
Институтты тамамлағас, Фәүиҙә Ғүмәр ҡыҙы Черниковкаға нефть эшкәртеү заводына эшкә ебәрелә. Илленсе йылдар уртаһында уға нефтте эшкәртеүгә әҙерләү яйланмаһына (ЭЛОУ) етәкселек итеүҙе йөкмәтәләр.
Шул йылдарҙа Суйынсынан нефть эшкәртеү заводында оператор булып эшләгән Ғ.Ғ. Теләшев менән дуҫлаша. Фәүиҙә менән Ғүмәр Суйынсы ауылында бер мәктәптә уҡый, бер-береһе менән һөйләшеп йөрөйҙәр. Бер аҙҙан йәштәр өйләнешергә ҡарар итә. Ябай ғына туй эшләйҙәр.
Сая, тәүәккәл Фәүиҙә Ғүмәр ҡыҙы тормош иптәшенең юғары белем алыуын теләгән. Ғүмәр Ғариф улы нефть институтының киске бүлегенә уҡырға инә, ә ул бар яҡлап та иренә ярҙам итә.
Ул ваҡытта ғаилә башлығы атайһыҙ тороп ҡала, бер бүлмәлә ҡарт әсәһе һәм башланғыс класта уҡыусы өс һеңлеһе менән йәшәйҙәр. Улар эргәһенә йәш хужабикә лә өҫтәлә. Шулай итеп, биш ҡатын-ҡыҙ бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй. Береһе ла ғаилә башлығының һүҙенән сыҡмай, ул нисек әйтә – шулай була. Ирле-ҡатынлы Теляшевтар 56 йыл бергә иңде-иңгә ҡуйып ғүмер итә. Бер-береһен хөрмәт итеп, ярҙам итеп йәшәйҙәр.
Фәүиҙә Ғүмәр ҡыҙының ордендары юҡ. Үҙе әйтмешләй, уның төп наградаһы – Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исемгә эйә булған тормош иптәше һәм өс улы, улар ҙа ата-әсәләре кеүек инженер һөнәрен үҙләштергән.
1954 йылдан алып 1996 йылға тиклем Ф.Ғ. Теляшева нефть эшкәртеү заводында инженер булып эшләй. 64 йәшендә хаҡлы ялға китә.
Бөгөн яратҡан өләсәй өс ейәнен, дүрт ейәнсәрен үҫтерешә. Уларҙың терәге һәм шатлығы. Йоматау ҡасабаһындағы баҡсаларына һоҡланмаған кеше юҡ. Сабырлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш булғанда барлыҡ уй-хыялдарыңды тормошҡа ашырырға мөмкин. Фәүиҙә Ғүмәр ҡыҙының тормош юлы быға асыҡ миҫал.
Читайте нас: