+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2019, 14:28

Яуаплылыҡ тойоп эшләйҙәр

Металлургтар көнөн металл етештереү һәм эшкәртеү тармағында эшләгән кешеләр: ҡорос ҡойоусылар, домнасылар, прокатлаусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре билдәләй.

Металлургтар көнөн металл етештереү һәм эшкәртеү тармағында эшләгән кешеләр: ҡорос ҡойоусылар, домнасылар, прокатлаусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре билдәләй. Был ауыр һәм ярайһы уҡ ҡурҡыныс эш, еңел булмаған шарттарҙа сыҙамлы хеҙмәткәрҙәр генә эшләй ала.
Беҙҙең ҡалала металлургия сәнәғәте предприятиелары иҫәбенә яуаплылығы сикләнгән “Рязань торба заводы” йәмғиәтенең 2-се айырымланған подразделениеһы ҡарай. Бында төҙөлөштә, мебель сәнәғәтендә, халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарында ҡулланыу өсөн кәрәкле профилле торба етештерелә. 2011 йылда барлыҡҡа килгән предприятие уңышлы үҫешә, конкуренцияға һәләтле һәм кәрәкле продукция менән тәьмин итә. Директор Ришат Хәкимйән улы Шакиров уның бөгөнгө эшмәкәрлеге тураһында район гәзите редакцияһына түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Былтыр беҙ 1 млрд 603 мең һум суммаға 46 мең тоннаға яҡын продукция етештерҙек. Ағымдағы йылдың ярты йылында 912 млн 922 мең һумға 24 мең тонна торба сығарҙыҡ. Дәүләкән торбаһы Волга буйы федераль округы буйынса һатыла. Һамар, Пенза, Ҡазан, Силәбе, Өфө һәм, әлбиттә, республика ҡалаларында ул һорау менән файҙалана.
2-се айырымланған подразделение үҙенең эшмәкәрлеген ике прокатлау станын, тейешле инфраструктураны, электр сымдарын, подстанцияны файҙаланыуға индереүҙән башлай. Бер йылдан, етештереү күләме артыу менән, бөгөн дә иң ҡеүәтлеләрҙән һаналған өсөнсө стан сафҡа индерелде. Ҙур үлсәмдәге профилле торбалар прокатлау өсөн уны модернизациялау үткәрелде.
Тағы бер йылдан арҡырыға киҫеү агрегаты монтажланды, был хеҙмәт етештереүсәнлеген күпкә арттырырға мөмкинлек бирҙе, шулай уҡ складҡа сеймал индереү өсөн тимер юлын көйләнек.
Әле 2-се цехты модернизациялау бара. Электр менән ышаныслы тәьмин итеү өсөн 10 кВ ике фидер ҡуйылды, иҫке подстанция яңыһына алмаштырылды, кабель линиялары һуҙылды. Предприятие энергетигы Шамил Төхвәтуллин етәкселегендә электр монтерҙары Айҙар Муллағәлиев, Динар Исламетдинов, Әнүәр Шәрифуллин был эшкә ҙур өлөш индерҙе.
Дүртенсе станды көйләп ебәреү өсөн күп көс һалабыҙ, етештереү майҙандарын киңәйтәбеҙ, сәнәғәттә ҙур һорау менән файҙаланған 0,8-1,5 мм ҡалынлығындағы торбалар етештереү өсөн ҡоролма йыһазландырыла. Заводтың техник директоры Александр Юдин һәм баш инженер урынбаҫары Илгиз Ниғәмәтйәнов етәкселегендә Анатолий Миняев, Илнур Сәлихов, слесарь-ресонтсылар Руслан Ғабдуллин, Венер Сәлиховтан торған бригада монтаж эштәрен, ремонт-төҙөлөш, иретеп йәбештереү эштәрен ремонт-төҙөлөш участкаһы начальнигы Минеғол Сәлихов етәкселегендә ташсылар Сәрүәр Аллағолов, Илдар Миңлейәров, электр менән иретеп йәбештереүсе Зимфир Фәхретдинов башҡара.
Бөтә бүлексәләр ҙә үҙ бурысын теүәл, сифатлы үтәй. Яҡын арала көйләп ебәреү эштәре башҡарыласаҡ һәм яңы стан сафҡа инәсәк.
Инженер-оператор Роман Йәрмөхәмәтов етәкселегендәге 1-се, 2-се стандар бригадаһының көйле эшен билдәләп үтмәйенсә мөмкин түгел. Улар торба прокатлауҙың барлыҡ нескәлектәренә төшөнөп, производство күрһәткестәре буйынса алдынғылыҡты биләй.
Баш механик Виталий Баскаков етәкселек иткән ремонт-техник мастерской мөһим урын алып тора. Уның ҡулы аҫтында эшләгән ун кеше – грамоталы белгестәр, үҙ эшенә яуаплылыҡ менән ҡараған хеҙмәткәрҙәр. Эш барышында туҡтап тороуҙар, брак булмаһын өсөн торба прокатлау стандары ҡоролмаларын, йөк күтәреү механизмдарын даими ремонтлап торалар. Участок фрезерлау, үткерләү, ҡырыу станоктары, гидроҡыҫҡыстар, механизмдарҙы ремонтлау, реставрациялау өсөн башҡа кәрәкле ҡоролмалар менән тәьмин ителгән.Токарҙар Ришат Ғабдуллин, Юрий Афанасьев, Рифҡәт Золотдинов, слесарь-үткерләүсе Флорид Ғәлләмовтың оҫталығына һәм профессионализмына тейешле баһа бирергә кәрәк.
Слесарь участкаһына күп ремонт һәм тергеҙеү эштәре башҡарырға тура килә. Бында ысын оҫталар, слесарь-ремонтсылар Сергей Артамонов, Зөфәр Сәхибгәрәев, Руслан Фазылов, Александр Шабашев, Илгиз Шәймәрҙәнов хеҙмәт һала. Слесарь Салауат Әҙелгәрәев стандар өсөн махсус һыуҙы ваҡытында әҙерләп тора.
Етештереүҙе арттырыу сиктәрендә әҙерләү участкаһында урынлаштырылған арҡырыға ҡырҡыу агрегаты сафҡа индерелде, хәҙер беҙ 0,9-ҙан 3,5 мм ҡалынлығындағы металды шунда киҫә алабыҙ. Был продукция етештереүҙе һәм уның конкуренцияға һәләтлеген һиҙелерлек арттырырға мөмкинлек бирә. Үткән йылғы һәм быйылғы йылдың алты айы йомғаҡтары буйынса бында Рәмзил Юлдашев етәкселегендәге 4-се бригада алдынғылыҡты бирмәй.
Склад мөдире Нәзирә Ишмаева сеймалды, әҙер продукцияны ҡабул итеү, өйөү, тейәп ебәреү эшен көйлө үтәй, бында барыһы иҫәптә һәм теүәл башҡарыла.
Предприятиеның барлыҡ бүлексәләренең көйлө, килешеп эшләүе, һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ 2-се айырымланған подразделение коллективына тотороҡло үҫеш юлынан барырға, 50 мең тоннаға тиклем продукция етештерергә һәм һатырға мөмкинлек бирә. Артабан да етештереүҙе киңәйтеп, ассортиментты арттырып, камиллашыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
Читайте нас: