-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2019, 14:31

Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй

Оператив мәғлүмәттәр буйынса республикала һыу инеү миҙгеле башланғандан бирле 42 кеше, шул иҫәптән 5 бала батып үлгән.

Оператив мәғлүмәттәр буйынса республикала һыу инеү миҙгеле башланғандан бирле 42 кеше, шул иҫәптән 5 бала батып үлгән.
Һыу инеү урындарында хәүефһеҙ ял итеү тураһындағы һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирә.
- Быйыл ял итеү миҙгеле нисек уҙа?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу инеү миҙгеленең беренсе көнөндә Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһында 7 йәшлек малай батып үлгән. Аҙна һайын һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтары статистикаһы өлкәндәр һәм балалар үлеменә бәйле яңы ваҡиғалар менән тулыландырыла.
Июндә 11 кешенең мәйете һыуҙан сығарылған. Эҫе һауа торошо әле үтмәгән. Йыл һайын был осорҙа батып үлеүселәр һаны арта бара.
Бөтә бәхетһеҙлек осраҡтары ла һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урындарға тура килә. Шуға күрә һыу инеү өсөн йыһазландырылған урындарҙы ғына файҙаланырға саҡырабыҙ. Республика территорияһында 75 пляж файҙаланылыуға рөхсәт ителгән. Уларҙың ҡайҙа урынлашҡанлығын республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтының интерактив картаһына инеп ҡарарға була.
- Йәй етеү менән күптәр балыҡ тотоу өсөн һыу ятҡылыҡтарына ашыға. Был осорҙа хәүефһелек буйынса эштәр нисек тора?
- Миҫал итеп июнь айындағы өс ваҡиғаны килтерәм. Беренсе осраҡта 7 июндә Иглин районының Кудеевка ауылы эргәһендәге карьерҙан балыҡ тотҡанда һыуға йығылып, батып үлгән ирҙең кәүҙәһе табыла.
Икенсе осраҡта 8 июндә Илеш районының Груздевка ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында балыҡ тотҡан өс ир кәмәләре менән ҡаплана. Уларҙың береһен ваҡиғаға шаһит булыусылар ҡотҡара, икенсеһен ҡотҡарыусылар ярға алып сыға, өсөнсөһөнөң кәүҙәһен водолаздар таба.
9 июндә Өфө районында балыҡ тотҡанда 9 йәшлек малай ҡармаҡ менән электр сымына эләгә. Һөҙөмтәлә ул электр тогынан һәләк була.
Был йыл һайын ҡабатлана торған бәхетһеҙлек осраҡтары. Шуның өсөн балыҡ тотҡанда хәүефһеҙлек саралары тураһында онотмағыҙ, иң мөһиме, иҫерткес эсемлектәр ҡулланмағыҙ.
- Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы тарафынан хәүефле һыу ятҡылыҡтары тураһында иҫәп алып барыламы?
- Һыу инеү миҙгелендә батып үлеүселәр һаны барыһынан да күберәк (һәр алтынсы осраҡ) Ағиҙел йылғаһына тура килә.
Республика йылғаларында батып үлеүселәр һаны 55 процент тәшкил итә. Ҡалған бәхетһеҙлек осраҡтары күл, быуалар, карьерҙар менән бәйле.
Һыуҙа һәләк булыусыларҙың күбеһе ир-егеттәр (90 проценттан артыҡ). Үткән йылда 78 ир-егет, 2 ҡатын-ҡыҙ, 6 бала батып үлде.
- Йәйге ваҡытта һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтарының үҙенсәлектәре ниндәй?
- Өс төп үҙенсәлекте билдәләп үтәм:
- беренсенән, һыу ятҡылыҡтарында батып үлеүселәрҙең 80 проценты иҫерек була;
- икенсенән, фажиғалар транспорт сараларына бәйле. Мәҫәлән, былтыр 6 июлдә өс кешелек ғаилә еңел автомобиль менән Краснокама районының Саузово күлендә бата;
- өсөнсөнән, бәхетһеҙлек осраҡтары балыҡ ҡармаҡлағанда, йөҙөү сараларында йөрөгәндә күҙәтелә. Мәҫәлән, 21 июндә Дүртөйлө районында моторлы кәмәнән 10 йәшлек малай йығылып төшә һәм кәмәнең винтына эләгеп башы йәрәхәтләнә.
- Һыу инеү миҙгелендә бәхетһеҙлек осраҡтарына юл ҡуймау өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?
- Йыһазландырылған пляждарҙа ҡотҡарыусылар дежурҙа тора. Улар тарафынан Өфө ҡалаһында ғына 17 кеше ҡотҡарылған.
Ҡотҡарыусылар йыл һайын республиканың һыу объекттары буйлап рейдҡа сыға. «Ҡырағай» пляждар асыҡланғанда ваҡытлыса ҡотҡарыу постары ҡуйыла. Һыуҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн профессиональ ҡотҡарыусылар менән бер рәттән йәмәғәт ҡотҡарыусылары, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй йәмғиәте ағзалары йәлеп ителгән. Айырыуса ҡурҡыныс булған һыу ятҡылыҡтары эргәһендә ял итеүселәр өсөн батҡан кешеләргә ярҙам итеү тәртибен манекендарҙа күрһәтеү, һыуҙа үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырыу ойошторолған.
- Һыу ингәндә бәхетһеҙ осраҡтарға тарымаҫ өсөн үҙеңде нисек тоторға?
- Хәүефһеҙ ял итеү өсөн таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инмәгеҙ, йыһазландырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ, төбө билдәһеҙ булған урында һыуға суммағыҙ, яңғыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа китмәгеҙ, спиртлы эсемлектәр ҡулланмағыҙ.
Иҫерек хәлдә һыу ингән өсөн 3 меңдән 5 меңгә тиклем административ штраф ҡаралған.
Иң мөһиме – ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар балаларҙы йылға, күл, быуа буйҙарына яңғыҙҙарын ебәрмәһен ине. Быйыл батып үлеүсе 5 баланың өлкәндәрҙән тыш, ҡараусыһыҙ булыуҙары тураһында иҫкәртәбеҙ.
Һыуҙа үҙеңде хәүефһеҙ тотоу саралары ябай, ә уларҙы күҙәтмәү – кеше яҙмышы. Һыу яңылышлыҡты ғәфү итмәй!
Читайте нас: