+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2019, 13:29

Ауырыуға юл ҡуймағыҙ

Ҡотороу – кеше һәм хайуандар өсөн киҫкен вируслы инфекцион дөйөм ауырыу.

Ҡотороу – кеше һәм хайуандар өсөн киҫкен вируслы инфекцион дөйөм ауырыу. Уның менән күпселек осраҡта һөтимәр йәнлектәр ауырый. Кешелә был сир гидрофобия тип атала.
Ауырыу йәнлектәр тешләгән, тырнаған, шулай уҡ уларҙың шайығы буялған предметтар менән эш иткәндә йоға.
Кешеләр ауырыуҙы ҡуҙғытҡыс хайуандың һеләгәйендә ауырыуҙың тәүге билдәләре күренгәнсе 10 көн эсендә ҡалырға мөмкин икәнлеген белергә тейеш. Шуның өсөн һеҙҙе тешләгән хайуандың яҡшы күренеүенә иҫәп тоторға ярамай. Йорт хайуандарынан кешеләрҙе зарарлау сығанағы булып эттәр һәм бесәйҙәр, ҡырағай хайуандарҙан – төлкөләр, бүреләр, бурһыҡтар һәм төрлө кимереүселәр тора.
Тешләнеүҙән улар менән уйнарға яратҡан балалар күберәк зыян күреүенә иғтибар итергә, айырыуса тәбиғәттә ял иткәндә һаҡлыҡ саралары күрергә кәрәк. Үҙеңде дөрөҫ тотмау йыш ҡына кешеләрҙең сәләмәтлегенә һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янаған төрлө өҙлөгөүҙәргә, ауыр тешләүҙәргә, имгәнеүҙәргә килтерә.
Йорт хайуандары район ветеринария станцияһында теркәлергә һәм йыл һайын ҡотороуға ҡаршы привика яһалырға тейеш.
Уларҙың теләһә ниндәй ауырыуы барлыҡҡа килгәндә, бигерәк тә ҡотороу сире билдәләре беленһә (һеләгәйе аҡһа, йотоуы ауырлашһа, көҙән йыйырһа) бер ваҡытта ла үҙегеҙ дауаламағыҙ, тиҙ арала яҡындағы ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Был йорт хайуанына ғына түгел, тирә-яҡтағылар өсөн дә хәүефле.
Әгәр һеҙҙең йорт хайуаны кешене тешләһә, зыян күреүсегә үҙегеҙҙең адресты әйтегеҙ һәм бесәйҙе йәки этте тикшереү һәм күҙәтеү өсөн ветеринар табибҡа алып барығыҙ. Уларҙы күҙәтеү 10 көн дауам итә.
Ҡотороу ауырыуын иҫкәртеү маҡсатында тешләнгән, тырналған, һеләгәйҙәренә буялған осраҡта прививкалар курсын үткәреү өсөн йәшәгән урын буйынса тиҙ арала медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Кешенең гидрофобия (ҡотороу) ауырыуын бары тик профилактик прививкаларҙың тулы курсы менән генә иҫкәртергә була, уның һөҙөмтәлелеге медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеү ваҡытына бәйле. Үҙегеҙҙең һәм балағыҙҙың сәләмәтлегенә етди ҡарағыҙ. Ҡотороуға ҡаршы прививка бушлай яһала.
Медицина практикаһында өҙлөгөүҙәргә килтермәгән һәм иммунитетты юғары кимәлдә эшкәртеүсе вакцина ҡулланыла. Бүленгән прививка курсы организмды ҡотороу ауырыуынан һаҡлауға гарантия бирмәй.
Был проблемаға еңел ҡарарға ярамай. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡотороу – ҡурҡыныс, үлемесле сир. Рәсәй территорияһында йыл һайын гидрофобиянан үлеү осраҡтары теркәлә.
Хөрмәтле граждандар, уяу булығыҙ, йорт хайуандарына вакцинация эшләгеҙ, ҡырағай хайуандар менән бәйләнештән һаҡланығыҙ. Урманда булғанда һаҡ булығыҙ. Ауырыу ҡырағай хайуандар (төлкөләр, бүреләр, бурһыҡтар) агрессив йәки киреһенсә иркә (бигерәк тә төлкөләр) булырға мөмкин.
Барлыҡ һорауҙар буйынса Дәүләкән ҡалаһы, Ленин урамы, 27 адресы буйынса Дәүләкән ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 2-51-66; 2-50-30.
Читайте нас: