-10 °С
Ясна
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2019, 14:26

Тормошҡа ғашиҡ

Энергияһына, егәрлелегенә, хайран ҡалырлыҡ. Ул һәр саҡ эштә, хәрәкәттә, эҙләнеүҙә.

Энергияһына, егәрлелегенә, хайран ҡалырлыҡ. Ул һәр саҡ эштә, хәрәкәттә, эҙләнеүҙә. Уның тураһында: «ҡайҙа тыуған, шунда кәрәккән» тип әйтергә була. Ситтән дә ярҙам көтмәй, бәләкәй сағынан уҡ бары үҙенең көсөнә һәм белеменә ышана.
Был һүҙҙәр, минең яҡташым, тырыш кеше Яҡуп Мәсғүт улы Ғәлин тураһында.
Ул Горчак ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Өс ҡыҙ араһында бер малай була. Өй эштәрендә барыһына ла ярҙам итә. Белем алырға ынтыла. Мәкәш мәктәбен тамамлағас, Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә, унда агроном һөнәрен ала. Артабан уҡыуын Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы университетында дауам итә. Агроном дипломын алғас Жданов исемендәге колхозда икенсе бригада етәксеһе була. Механизаторҙар һәм малсылар коллективының көйлө эштәре, бригадирҙың ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә етештереүсәнлек арта, икенсе бригада колхозда алдынғылар рәтенә сыға.
Я.М. Ғәлиндың фиҙакәр хеҙмәте 1987 йылда III дәрәжә «Хеҙмәт даны» ордены менән билдәләнә. Уның өсөн тағы бер ҡиммәтле награда-Бөтә Рәсәй Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе Советының комитеты ҡарары буйынса бирелгән «СССР халыҡ хужалығын үҫтереүҙә уңыштары өсөн» миҙалы.
Ауыр баҙар иҡтисадына күскән йылдарҙа, күп нимәне яңынан башларға тура килә. Бер ни тиклем ваҡыт Яҡуп Мәсғүт улы Дәүләкән бүлексәһенең «Ергән МТС-ында» эшләй. Бер аҙҙан һәр кеше бары үҙ көсөнә генә ышанырға тейешлеген аңлай. Ауырлыҡтар күп була, әммә ышанысын юғалтмай. Баҙар эшен өйрәнеп, малсылыҡҡа көс һала, был эш менән ул бер нисә йыл элек шөғөлләнеп алған була. Белемен, тәжрибәһен ҡулланып, үҙ эшен яйға һала.
Ҙур йорт төҙөй, ҡыҙ һәм ул үҫтерә, хәҙерге көндә ейәндәренә бәхетле олатай. Үҙ ғаиләһенә һәм өс апаһына өмөт һәм таяныс, һәр саҡ кәңәштәре менән ярҙам итә.
Я.М. Ғәлин-әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ауылдаштары өсөн төрлө саралар ойоштора, мәҫәлән, урам, ауыл байрамдары. Барыһына ла Горчак ауылының 120 йыллығы, Мәкәш мәктәбен 20, 30 һәм 40 йыл элек тамамлаусыларҙың осрашыуы матур хәтирәләр ҡалдырҙы.
Я.М. Ғәлин ауылды төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. Урамдарҙы тәртиптә тоторға, ҡойма уратыуҙа ярҙам итә, шулай уҡ ярҙамға мохтаж кешеләргә матди ярҙам күрһәтә.
Хөрмәтле яҡташыбыҙ үҙенең күркәм юбилейын тулы көс-дәрт менән ҡаршылай. Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Читайте нас