+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2019, 13:48

Ҡышҡы запастар тулылана

Яуаплылығы сикләнгән “Аграр традициялар” йәмғиәте мал аҙығы әҙерләүселәре сенаж һалыуҙы тамамланы, был көндәрҙә улар бесән әҙерләү менән мәшғүл.

Яуаплылығы сикләнгән “Аграр традициялар” йәмғиәте мал аҙығы әҙерләүселәре сенаж һалыуҙы тамамланы, был көндәрҙә улар бесән әҙерләү менән мәшғүл.
22 июлгә хужалыҡта алдағы ҡышлатыуға 1200 тонна сенаж, 300 тоннанан ашыу бесән әҙерләнгән.
Тәбиғи һәм сәселгән үлән баҫыуҙарында сенаж әҙерләүҙә күп механизаторҙар яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәткән. Йәшел массаны сабыуҙа Данис Хәмәтдинов менән Венер Хәкимов, яҫмаларҙы әйләндереүҙә Ринат Әхмәҙуллин, Артур Лятинг тырышып эшләгән. Сергей Ануфриев, Венер Хәкимов йәшел массаны ваҡлап тейәгән. “КамАЗ” водителдәре Рөстәм Юнысов, Михаил Широков, Рәис Ғимранов өҙлөкһөҙ ташып торған. Ентекләп тығыҙлау эше Леонид Семиног, Фаил Әмирйәнов, Рәмил Шәйхетдиновҡа йөкмәтелгән.
Сенаж соҡоро ҡыҫҡа ваҡытта консерванттар ҡулланып тултырылған, шуға мал аҙығы сифаты зоотехния нормаларына тап килә.
Бесән сабыуҙа механизатор Артур Лятинг, йыйыуҙа Фирҙәүес Вәлетдинов, төргәкләнгән бесәнде һаҡлау урынына ташыуҙа Леонид Семиног һәм Олег Белов яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.
Хужалыҡта складтарҙы һәм ырҙын табағын яңы уңышты ҡабул итеүгә әҙерләү бара. Ырҙын табағы мөдире Евгений Сусев бөтә эштәрҙе үҙ ваҡытында ойошторорға тырыша. Йәмғиәт етәкселегенең тырышлығы һөҙөмтәһендә ырҙын табағы территорияһында асфальт яңыртыла, сәғәтенә 70 тонна иген таҙартырға һәләтле “ЗСК-70” иген таҙартыу комплексы алынған. Был иген ҡабул итеү процесын тиҙләтергә һәм уңыштың һаҡланышын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Май, июнь, июль айҙарында игенселәр сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү буйынса бөтә агротехник сараларҙы үткәргән. Химик эшкәртеүҙә Рәмзил Уразбахтин, Артур Ғүмәров һөҙөмтәле эшләгән. “Туман-2” һәм “Версатайл” һиптергестәрендә улар иген, сөгөлдөр, кукуруз, көнбағыш баҫыуҙарын гербицидтар менән эшкәрткән, әле пар баҫыуҙарын химик эшкәртеү бара. Марат Петров, Илфир Ғәббәсов агрегаттарға – һыу, Алексей Мурмилов яғыулыҡ-майлау материалдары ташый. Ашнаҡсылар Екатерина Йосопова менән Альмира Әбдрәшитова тәмле аштар әҙерләй. Водителдәр Владимир Склокин һәм Геннадий Жариков уларҙы баҫыуға илтә.
Баш агроном Сергей Каптилов, агроном Динар Йосопов, баш инженер Виктор Торба, механик Илдар Хәбиров бөтә эштәрҙең үтәлешен күҙәтеүҙә тота.
Бөгөн яуаплылығы сикләнгән “Аграр традициялар” йәмғиәте мал аҙығы әҙерләүселәре район хужалыҡтары араһында ҡышҡы запастарҙы тулыландырыу буйынса иң күп күләмдә эш башҡарған.
Читайте нас: