+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль 2019, 18:34

Уңғанға уңыш үҙе килә

Беляев урамында «Вояж» тип аталған ябай ғына магазин бар

Беляев урамында «Вояж» тип аталған ябай ғына магазин бар. Ул торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан, бында өйҙәге кеүек уңайлы. Һатып алыусыларҙы йәш, мөләйем һатыусылар Светлана Васильева менән Валентина Юнысова ҡаршылай. Ҡыҙҙар сауҙа өлкәһендә яңы кешеләр түгел, улар үҙ эштәрен ярата, яуаплы, был өлкәлә беренсе йыл ғына эшләмәйҙәр, үҙҙәрен үҙ урындарында хис итәләр.
«Вояж» 20 йыл дауамында эшләп килгән бәләкәй магазиндарҙың береһе. Был йылдар эсендә ул үҙенең даими клиенттарын табып, абруйын юғалтмай, ассортиментын киңәйтеп, тотороҡло эшләп килә.
- Һәр ваҡыт һатып алыусыларыбыҙҙың ихтыяждарын иҫәпкә алырға, уларҙың теләктәренә ҡаршы барырға тырышабыҙ, - тип һөйләй магазиндың хужабикәһе, шәхси эшҡыуар Ирина Шәйхисламова. – Уларҙың ярҙамы, теләге менән магазин эшләп килә. Шуның өсөн ассортиментты төрләндерергә, аҙыҡ-түлек тәмле, яңы, магазинда уңайлы булһын өсөн тырышабыҙ. Әлбиттә, хәҙер сауҙа өлкәһендә конкурентлыҡ юғары, әммә беҙ заман менән бергә атлайбыҙ, һатып алыусыларҙың ихтыяжын өйрәнәбеҙ, сифатлы тауар етештергән һыналған поставкалаусылар менән генә эшләйбеҙ. Беҙ һатып алыусыларға ғына түгел, район хакимиәтенә, Дәүләкән ҡалаһы эшҡыуарҙары ассоциацияһына ла мәғлүмәт еткереп торғандары, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ.
Ирина Александровна өсөн сауҙала эшләү – ҙур бәхет. Бәләкәй саҡтан уҡ ул үҙен ошо өлкәлә күрә, шуның өсөн мәктәпте тамамлағас Өфөләге сауҙа техникумына уҡырға инә. Артабан төрлө сауҙа предприятиеларында тәжрибә туплай, уңышлы һатыу һәм финанс иҫәбе нескәлектәрен өйрәнә. Быларҙың барыһының да 1999 йылда үҙ эшен асҡанда кәрәге тейә. Шул ваҡыттан бирле күп нәмә үҙгәргән, тормошта ла, һөнәри эшмәкәрлектә лә үҙгәреүен дауам итә, әммә магазин коллективының үҙ хеҙмәте менән кешеләргә файҙа килтереү теләге шул килеш ҡала.
Читайте нас: