+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль 2019, 18:12

Урамдарҙы яҡтыртыу: мәсьәлә хәл ителә

2019 йылда республика бюджетынан тораҡ пункттарҙы тышҡы яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу программаһын ғәмәлгә ашырыуға өҫтәмә аҡса бүленә.

2019 йылда республика бюджетынан тораҡ пункттарҙы тышҡы яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу программаһын ғәмәлгә ашырыуға өҫтәмә аҡса бүленә. Урындағы бюджеттарҙан 10 проценттан да кәм булмаған кимәлдә финанслауҙы иҫәпкә алып, был программа тораҡ пункттарҙа урамдарҙы яҡтыртыу буйынса күп кенә проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Программаны тормошҡа ашырғанда беренсе сиратта, белем биреү учреждениеларына 500 метр радиуста килеү юлдарын яҡтыртыуҙы яҡшыртыу буйынса саралар, заманса энергия һаҡлау технологияларын ҡулланыу, энергияны һаҡсыл тотоноу өсөн элекке лампаларҙы заманса энергия һаҡлаусы лампаларға алмаштырыу, шулай уҡ яҡтыртыу буйынса саралар үткәреү зонаһында йәшәүсе халыҡтың һаны иҫәпкә алына.
Хәҙерге ваҡытта тораҡ пункттарҙы тышҡы яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу буйынса эштәр Дәүләкән районы муниципаль районының ауыл биләмәләре һәм ҡала биләмәһе территорияларында үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһы бюджетынан һәм муниципаль берләшмәләрҙең финанслауы менән 2019 йылда райондың тораҡ пункттарында 909 энергия һаҡлаусы лампа ҡуйыу планлаштырыла.
Читайте нас: