+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Июль 2019, 16:18

Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар эш итә!

Район гәзитендә бер нисә тапҡыр мәҡәләләр бирелгән ошо темаға ҡабат ҡайтып, тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Район гәзитендә бер нисә тапҡыр мәҡәләләр бирелгән ошо темаға ҡабат ҡайтып, тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ, уларҙың шылтыратыуҙарына яуап бирмәгеҙ, кредит карталары һандарын берәүгә лә әйтмәгеҙ. Онотмағыҙ, еңел аҡса артынан ҡыуыусыларҙа намыҫ тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Улар студенттарҙың, пенсионерҙарҙың, ойошма, предприятиелар хеҙмәткәрҙәренең хәләл көс менән эшләп алған, хатта балаларҙың аҡсаһына ҡул һуҙа.
Шуға мутлашыусыларҙың эш итеү алымдарын өйрәнергә тәҡдим итәбеҙ. Күптәр уларҙың “тоҙағына” эләккән.
Иғландар майҙансығы
Интернетта сайттарҙа һатыу-һатып алыу йәһәтенән мутлашыуҙар йыш осрай. Бында сит кешенең исем-шәрифтәрен, ялған телефон номерын күрһәтергә була. Тикшереп ҡарау мөмкин түгел һәм мутлашыусылар тап шунан файҙалана ла инде.
Әгәр һеҙ яҙылғандарға ышанып, телефон номерын тикшереп тә тормайһығыҙ икән, аҡсаһыҙ ҙа, алырға теләгән әйберһеҙ ҙә тороп ҡалыуығыҙ ихтимал. Мутлашыусыларҙың эш итеү алымдарын ҡарап үтәйек.
1. Аферист һатып алаһы әйберен (әйтәйек, телевизор) билдәләгәндән һуң, һатыусыға шылтырата, уның банк картаһы номерын, реквизиттарын ала. Телевизорҙы һатып алыуын белдерә.
2. Артабан телевизор һатылыуы тураһында шундай уҡ иғлан бирә һәм һатып алыусыларҙы “ҡармаҡҡа эләктерә”.
3. Һатып алыусы телевизор өсөн аҡса күсерергә әҙер булғас, уға тауарҙың ысын хужаһының карта номерын әйтәләр. Мутлашыусы законһыҙ рәүештә телевизорға эйә була, ә ҡорбанының иҫәбендәге аҡсалар юҡҡа сыға.
Алдашыуҙан һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы – һатыусы менән осрашырға һәм ҡулаҡса менән иҫәпләшергә. Мутлашҡан кеше осрашыуға риза булмаясаҡ.
Социаль селтәрҙәр
Социаль селтәрҙәрҙә яңы мутлашыу схемаһы барлыҡҡа килде. Түбән процент ставкалары (мәҫәлән, икенән биш процентҡа тиклем) тәҡдим иткән билдәһеҙ банкирҙар һине “дуҫ” итеп ҡабул итергә теләй.
Бындай саҡта ҡулланыусылар “түләүһеҙ сырҙың ҡапҡанда ғына булыуын” онотоп, түбән процент менән кредит алыуға өмөтләнеп, банк картаһы номерын, PIN-кодты әйтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хатта банк хеҙмәткәрҙәренең дә кредит алған кешенән бындай мәғлүмәтте һорарға хоҡуғы юҡ. Был осраҡта ниндәйҙер “дуҫ” тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.
Алдашыуҙан һаҡланыуҙың тағы бер ысулы – фото ҡуйыу.
Мессенджерҙар
Бөгөн мутлашыу ысулдары мессенджерҙарға ла барып етте. Енәйәтселәр билдәле интернет-магазиндар күренешенең күсермәһен яһай ҙа, ташламалар тураһында белдереүҙәр ебәрә. Йәнәһе, көнкүреш техникаһын, электрон гаджеттарҙы, мебель, һауыт-һабаны ҙур булмаған суммаға сайт аша алырға мөмкин. Артабан барыһы ла еңел генә башҡарыла: һеҙҙең иҫәптән аҡса күсерелә һәм бөттө – эш тамам.
“Тоҙаҡҡа” эләкмәҫ өсөн түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға кәрәк:
- сайттың адресын ентекләп ҡарарға. Әгәр ул https:// тип түгел, http:// тип башлана икән, һеҙҙең алда – ялған сайт;
- акция һәм ташламалар тураһында интернет-магазиндың сайтына инеп ҡарағыҙ. Ташламалар күләме, һатып алыу шарттары тураһында менеджерға шылтыратып һорашһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Бер ниндәй ҙә алдан түләү булмаҫҡа мөмкин.
Иғтибарлы булығыҙ, мәғлүмәтте ентекле өйрәнеүгә, һатыусылар менән осрашыуға, тауарҙы тикшереүгә ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ, һеҙ аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡаласаҡһығыҙ һәм афера ҡорбаны булмаясаҡһығыҙ.
Читайте нас: