-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Июль 2019, 16:20

Ер кешеһенең йыры көйлө

С.Ә. Әйүпов һүрәттә 1949 йылдың 30 июлендә ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

С.Ә. Әйүпов һүрәттә 1949 йылдың 30 июлендә ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Ленинград фронтында алыша. Тыуған яғына ҡайтҡас “Дим” колхозында тырышып эшләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республиканың иң яҡшы комбайнерҙары сафына баҫа. Әнүәр Яҡуп улы өс улына өлгө күрһәтә, ғаиләлә атайҙың дәрәжәһе юғары була. Сәрүәр ғаиләлә икенсе бала. Һигеҙ саҡрым араны үтеп, Ҡаҙанғол мәктәбенә уҡырға йөрөй. Өлкән кластарҙа уҡығанда йәйге каникул осоронда комбайнер ярҙамсыһы булып эшләй. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Дәүләкән ҡалаһындағы 27-се АПТУ-ға, ситтән тороп Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау техникумына уҡырға инә. Йәш механизатор тыуған колхозына эшкә ҡайта.
1968 йылда Совет Армияһы сафына алалар. Совет-ҡытай сигендә хеҙмәт итә. Өлкән инструктор булараҡ, ул ваҡытта Алыҫ Көнсығышта барған ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнаша.
Армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡан егетте район етәкселеге 27-се АПТУ-ға производствоға өйрәтеү мастеры итеп эшкә ебәрә, ә1972 йылдың мартында уны “Дим” колхозының баш инженеры вазифаһына тәғәйенләнә.
1976 йылда уны Өфөгә ауыл хужалығы производствоһы өсөн етәкселек кадрҙары әҙерләү курстарына уҡырға ебәрәләр. Артабан инде Коммунар колхозы рәйесе Т.Б. Рәжәповтың урынбаҫары сифатында эшләгәндә 1600 баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексы төҙөү, мал аҙығы менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләрҙе айышын төшөнә.
1980 йылдың февралендә район етәкселеге С.Ә. әйүповҡа иң ҡатмарлы эш участкаларының береһе – “Асылыкүл” колхозына етәкселек итеүҙе йөкмәтә. Рәйес колхоз составына ингән барлыҡ ауылдарҙа социаль объекттар тергеҙеү, ауылдар араһында юл һалыу 21 км, ете күпер төҙөү өсөн күп көс һала. Йәмәғәт туҡланыуы ойошторола. Үҙенең башланғыстарында Сәрүәр Әнүәр улы, етәксе булараҡ, СССР Юғары Советы депутаты, Ҡыҙрас ауыл Советы рәйесе Ғ.М. Әкимбәтованың тәжрибәһенә һәм ярҙамына таяна. 1983-85 йылдарҙа Асылыкүл колхозы мал һанын 1,5 мең башҡа еткерә, дәүләткә игенде пландан тыш ике-өс тапҡырға арттырып тапшыра. Был уңыштары өсөн колхозсылар коллективы күсмә Ҡыҙыл Байраҡ менән наградлана.
80-се йылдар аҙағында С.Ә. Әйүпов райондың идара итеүсе органдарында хеҙмәт һала, башта “Коммунар” колхозында, унан Ҡаҙанғол ТПХ-һында етәкселек итә. Ул йылдарҙа күп тармаҡлы хужалыҡтар рентабелле эшләй, бөтә социаль мәсьәләләр хәл ителә бара. 90-сы йылдарҙа “Коммунар” колхозы районда иң күп һөт етештереүсе хужалыҡтарҙың береһенән һанала, республикалағы элиталы орлоҡтарҙың 40 проценты Ҡаҙанғол ТПХ-һында үҫтерелә.
2004 йылда ҡаҙанғолдар фәнни һәм һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге күрһәткестәре буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының тәжрибә хужалыҡтары араһында беренсе урында бара. Сәрүәр Әнүәр улы оҙаҡ йылдар институттың тәжрибә хужалығы директорҙары советы рәйесе вазифаһын башҡара, 2019 йылға тиклем Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының фәнни белгесе була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Дәүләкән районы муниципаль районының ер комитетын етәкләй.
Үҙенә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәй ете тапҡыр район Советы һәм башҡарма комитеты ағзаһы депутаты итеп һайлана, дүрт тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына абруйлы ҡунаҡ сифатында саҡырыла.
Агроәсәнәғәт өлкәһендә күп йыллыҡ (юбилярҙың дөйөм стажы 56 йыл) намыҫлы хеҙмәте өсөн уға Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне исеме бирелә. Ғилми эшмәкәрлегендәге уңыштары Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы президиумының Почет грамотаһы менән билдәләнә.
Сәрүәр Әнүәр улы яҡшы ғаилә башлығы. Ҡатыны Минсәғиҙә Сабир ҡыҙы менән ярты быуатҡа яҡын бергә йәшәйҙәр, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн олатай менән өләсәй алты ейән-ейәнсәренең уңыштарына ҡыуана.
Ҡайҙа ғына эшләһәләр, йәшәһәләр ҙә, Әйүповтар үҙҙәренең кесе тыуған илен онотмай, ата-әсә рухына тап төшөрмәй, яҡташтарының эштәре, уңыштары менән даими ҡыҙыҡһынып тора, бергә уҡыған дуҫтары, элекке коллегалары менән бәйләнешен өҙмәй. Шуны әйтеп үтеү ҙә етә, Сәрүәр Әнүәр улының ҡустыһы Әхиәр Әнүәр улы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Исмәғил ауылында крәҫтиән-фермер хужалығы алып бара, ошо ауылды төҙөкләндереүгә, төрлө саралар ойоштороуға үҙ өлөшөн индерә.
Читайте нас: