+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2019, 17:00

Үҙ һөнәренең оҫтаһы

Хәҙерге ваҡытта автомобилле булыуың менән бер кемде лә ғәжәпләндереү мөмкин түгел.

Хәҙерге ваҡытта автомобилле булыуың менән бер кемде лә ғәжәпләндереү мөмкин түгел. Автотранспорт күптән инде затлы әйберҙән һаналмай, ә кәрәкле хәрәкәт итеү сараһы булып тора. Водитель таныҡлығың булыуы иһә бөгөнгө көндә ваҡыт талабы, тотороҡло һөнәр.
Бөгөнгө һүҙебеҙ автомобиль менән идара итергә меңдәрсә кешене өйрәткән кеше хаҡында. Владимир Алексеевич Шарков – юл хәрәкәте ҡағиҙәләре теорияһы уҡытыусыһы, Дәүләкән районы ДОСААФ бүлегендә машина йөрөтөргә өйрәтеү мастеры. Владимир Алексеевич әңгәмә ваҡытында үҙен бик тыйнаҡ, әҙәпле тота, уға төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә, был яҡтан уның тәжрибәһе ҙур.
Водителдәр әҙерләү курсы өс айға яҡын. Был ваҡыт эсендә буласаҡ водителдәр теория белемен үҙләштерә һәм практик занятиеларҙа шөғөлләнә. Көн һайын дүрт сәғәт теория һәм дүрт сәғәт практик шөғөлләнеү – Владимир Алексеевич өсөн көндәлек эш тәртибе. Ул үҙ эшен бөтә күңелен һалып башҡара, буласаҡ водителдәр әҙерләү – яуаплылыҡ тигән һүҙ. Автомобилдең юғары хәүеф сығанағы икәнлеге билдәле, уҡытыусы үҙ транспорт сараһына яуаплы ҡараған, белемле һәм квалификациялы водитель әҙерләй алһа, юлдарҙа хәүефле хәлдәр ҙә әҙерәк буласаҡ.
Теория буйынса ул автомобилдең техник төҙөлөшөн, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, транспорт сараһын файҙаланыу, юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтә, ә практик занятие ваҡытында курсанттар уның күҙәтеүе аҫтында 56 сәғәтдауамында автомобилдә уҡыу автодромында һәм һәм ҡала урамдары буйлап йөрөй.
Урындағы ДОСААФ бүлегенең матди базаһы махсуслашҡан өс кластан, алты компьютерҙан, уҡыу әсбаптарынан, мотоцикл, биш еңел машина, ПАЗ автобусы, КамАЗ автомобиле, уларға тағылмаларҙан тора. Ҡалала А1, В, С, Д, Е категориялы водителдәр әҙерләү хеҙмәте һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана, йәй көнө үҙ автомобиле менән идара итергә өйрәнергә теләүселәр һаны айырыуса күбәйә. Уҡыусыларҙың йәше 18-ҙән 70-кә тиклем. Улар араһында студенттар, эшләүсе йәштәр, пенсионерҙар, икенсе һөнәр алырға теләүсе ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар бар. Һәр береһенең - холҡо, кәйефе, маҡсатҡа ынтылыусанлығы. Ә Владимир Алексеевичҡа һәр кем менән уртаҡ тел табырға, аралашырға кәрәк.
Уның тормош юлы бик ябай тип әйтергә лә була: мәктәп, Өфө индустрия техникумы, армия. Армияла ул Ленинград ҡалаһында 13-сө һауа армияһы штабында водитель булып хеҙмәт итә, ғаилә ҡора. Тормош иптәше Ольга Валериановна менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер
Владимир Алексеевич ун йылдан ашыу урындағы ДОСААФ бүлегендә уҡытыусы булып эшләй. Алты йыл хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул әүҙем, көслө рухлы, дәртле. Буш ваҡытында тарихи, фантастик әҙәбиәт уҡырға, балыҡ ҡармаҡларға, бәшмәк йыйырға ярата. Квалификациялы уҡытыусы һәм алсаҡ кеше. 2019 йылдың июлендә сығарылған курсанттарҙың тулҡынландырғыс рәхмәт хаты уның яуаплы һәм тәртипле кеше икәнен раҫлай. “Хөрмәтле Владимир Алексеевич! Йәш водителдәр тәрбиәләүгә лайыҡлы өлөш индергәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ – фиҙакәрлек һәм энтузиазм өлгөһө. Уҡыусыларға ҡарата һиҙгер, иғтибарлы булыуығыҙ менән айырылып тораһығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ! ” – тиҙәр улар.
Читайте нас: