Бер һайлаған яҙмыш ғәҙәттә кешене оҙон тормош юлында оҙата бара. 1994 йылда Ивангород урта мәктәбен тамамлаған Светлана әхирәтенә эйәреп Өфө тимер юл техникумына уҡырға инергә хәл итә. Ул мәлдә уны бындай ҡарарға нимә этәргәндер – әйтеүе ҡыйын. Бәлки ҡыҙҙы йыраҡ сәйәхәттәр романтикаһы саҡырғандыр, ә бәлки кемдеңдер биргән кәңәше, йәки үҙенең эске һиҙемләүе этәргес биргәндер. Иллә мәгәр хәҙер, күп йылдар үткәндән һуң, Дәүләкән станцияһы буйынса дежурный Светлана Валерьевна Наконечная (һүрәттә) хеҙмәт юлын дөрөҫ һайлағанлығына ышана.
- Мин үҙ эшемде бик яратам, - ти ул. - Яҙмышымды тимер юл менән бәйләгәнгә һис кенә лә үкенмәйем.
Станция дежурныйының эш урыны команда пунктына оҡшаш: ҙур таблола тимер юлдарының схемаһы, йөҙләгән төймә, датчиктар урынлашҡан. Уларҙың ярҙамында составтар хәрәкәтен көйләп була. Бер туҡтауһыҙ тиерлек төрлө бәйләнеш каналдары аша яҡынлашып килеүсе йәки үтеп барыусы поездар, Раевка станцияһынан Шөңгәккүлгә тиклем арауыҡтағы участкала хәл торошо тураһында мәғлүмәт килеп тора. Смена ун ике сәғәт дауам итә, төшкө ашҡа тәнәфес ҡаралмаған. Һирәкләп килеп сыҡҡан тынысыраҡ мәлдә генә тамаҡ ялғап алырға мөмкинлек тыуа. Составтар станция аша тотҡарлыҡһыҙ, хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен өсөн хәлде һәр ваҡыт контролдә тоторға, поездар хәрәкәтен көйләргә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта юлдарҙы, ундағы инфраструктураны хеҙмәтләндереүсе ремонтсылар, энергетиктар һәм башҡа белгестәрҙең эшмәкәрлеген иҫәпкә алырға, күрше станцияларҙағы дежурныйҙар, участка диспетчеры менән даими бәйләнеш тоторға, тауышлы бәйләнеш аша тейешле белдереүҙәр эшләп өлгөрөргә, иҫәп журналын тултырырға һәм тағы әллә күпме бурыстар үтәргә тура килә.
Станция дежурныйы көсөргәнешле юл сатында автомобилдәр хәрәкәтен көйләүсе инспекторҙы хәтерләтә. Ул бик күп факторҙарҙы иҫендә тоторға, алынған мәғлүмәтте тиҙ генә анализлап, транспорт ағымын аныҡ күҙ алдына килтерергә һәм иғтибарлы, зирәк булырға тейеш. Был бик ҡатмарлы, әммә Светлана Валерьевна егерме биш йыл инде үҙ вазифа бурыстарын тел тейҙергеһеҙ итеп теүәл үтәй.
Буласаҡ тормош юлдашын да тап ошонда, өсөнсө курстан һуң станцияла практика үткән сағында осрата. Ул саҡта Павел Григорьевич Наконечный дежурный булған, хәҙер өлкән электромеханик булып эшләй. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар йәштәрҙе яҡынайта, бөгөн иһә тимер юлсы һөнәренә һөйөү балаларына ла күскән. Өлкәне, Виталий, ошо уҡ станцияла электромеханик булып эшләй. Уртансы улдары Александр, Өфө тимер юл техникумын тамамлап, хәрби хеҙмәткә алынған, киләсәктә ғаилә династияһын дауам итергә ниәтләй. Кеселәре Антонға иһә һигеҙ йәш кенә әле.
Тимер юлы – тәүлек әйләнәһенә ял белмәгән ҡатмарлы организм. Унда һәр нәмә үҙ-ара бәйләнгән, бер генә күренешкә лә ваҡ-төйәк тип ҡарарға ярамай. Шуға ла унда үҙ хеҙмәте менән алыҫ араларҙы яҡынайтыусы, икһеҙ-сикһеҙ Ватаныбыҙҙың иң төпкөл мөйөштәрен үҙ-ара бәйләүсе яуаплы, етди кешеләр эшләй.