-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2019, 16:56

Үткәндән – киләсәккә

1919 йылдан бирле үҙенең эшмәкәрлеген алып барған Башҡортостан Республикаһы архив хеҙмәтенең юбилейы уның тарихына тағы ла әйләнеп ҡарап, барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә кемдәр өлөш индергәнен иҫкә төшөрөргә мөмкинлек бирә.

1919 йылдан бирле үҙенең эшмәкәрлеген алып барған Башҡортостан Республикаһы архив хеҙмәтенең юбилейы уның тарихына тағы ла әйләнеп ҡарап, барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә кемдәр өлөш индергәнен иҫкә төшөрөргә мөмкинлек бирә.
Дәүләкән районы архивы эше бер нисә осорға бүленә. Ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һаҡлау кәрәклеге тураһында тәүге иҫкәртеү 1935 йылдың 20 октябренән Дәүләкән районы башҡарма комитеты рәйесе ҡарамағында була: «Үлимаев Әхмәт Вәли улын штат иҫәбенә индерергә һәм 126 һум оклад түләп, архив эшен яйға һалыу буйынса файҙаланырға». Айырым ҡағыҙҙар, эштәр тәртипкә килтерелә башлай.
Ул ваҡытта документтарҙы һаҡлап ҡалыу төп бурыс була. «Архив материалдарын һаҡлауға ҙур сәйәси әһәмиәт биреп, районда ошо эште ойошторорға. Унда ауыл Советтары, колхоздар, совхоздарҙың материалдарын тупларға, бының өсөн 1936 йыл сметаһында штатты ҡарарға», - Дәүләкән районы башҡарма комитеты президиумы ултырышының 1936 йылдың 7 февралендәге 5-се протоколынан.
Документтар составы оҙаҡ ваҡыт дауамында булдырылған. Унда район Советы башҡарма комитеттары, ауыл Советтары документтары индерелгән, артабан колхоз, совхоздарҙыҡы менән тулыландырылған.
1939 йылдан алып төрлө осорҙа был бурысты Ф. Баһауетдинова, С. Ҡунафина, Г. Мөхәмәҙиева, Г. Ишмөхәмәтова, Р. Маяцкая, Н. Боярова, Г. Суханова башҡара.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1955 йылдың 30 ноябрендәге 543-сө ҡарары менән район дәүләт архивтары булдырыла. 1957 йылдың сентябрендә Дәүләкән районы дәүләт архивы мөдире итеп Ғәлимә Әхмәтрәхим ҡыҙы Халиҡова тәғәйенләнә, ул унда хаҡлы ялға киткәнсе ошонда эшләй, артабан был вазифаны өс йылдан ашыу Фәниә Тимерйәр ҡыҙы Насирова биләй.
1983 йылдың авгусынан алып 2014 йылдың февраленә тиклем был бүлекте Дәүзән Нәғим ҡыҙы Солтанова етәкләй. Ул районда ошо тармаҡ эшен ойоштороуға тос өлөш индерә. Норматив буйынса ҡаралған иҫәп документтары тәртипкә килтерелә, ауыл Советтары фондтары эштәре, иҫәптәре камиллаштырыла, тарихи белешмәләр төҙөлә.
Дәүзән Нәғим ҡыҙына бүлек менән етәкселек итеү ябай булмаған мәлгә - районда колхоздар, АХК-лар, предприятиелар ябылған ваҡытҡа тура килә. Социаль-хоҡуҡи характерҙағы эштәрҙе башҡарыу күләме буйынса запростар кинәт арта, һәм был йүнәлештәге эш өҫтөнлөк ала.
Бөгөн бында күләме 25 меңдән артыҡ эш булған 128 фондтың документтары һаҡлана. Архивтарҙы комплектлау сығанаҡтары исемлектәрендә төрлө милек формаларындағы: федераль, республика, муниципаль ойошмалар бар.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре архив адресына электрон рәүештә, Рәсәй почтаһы аша килә, шәхси ҡабул итеү алып барыла. Күберәк запростар эш стажын, хеҙмәт хаҡы күләмен, вазифаһын һәм башҡаларҙы раҫлау өсөн РФ Пенсия фонды идаралығынан килә. Архив документтары тикшеренеүселәр, крайҙы өйрәнеүселәр тарафынан ҙур һорау менән файҙалана, шулай уҡ студенттар мөрәжәғәт итә.
Башҡортостан Республикаһы архив хеҙмәтенең йөҙ йыллығы – ул үткәнгә әйләнеп ҡарау, архив эшенең тарихын иҫкә төшөрөү, бөгөнгөһөнә баһа биреү генә түгел, ә уның артабанғы үҫешен билдәләү ҙә.
Архив учреждениелары күп яҡтан – техник ҡорамалландырыу, һаҡланған документтар күләме, штат һаны буйынса ла айырыла. Әммә уларҙы берләштергән иң мөһиме – мәғлүмәт технологияларын оҫта файҙаланыу, йәмәғәтселеккә тулыһынса асыҡ булырға ынтылыу. Архив учреждениелары үткәндәрҙе һаҡлап ҡына ҡалмай, ә илдең һәм айырым граждандарҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һағында тора, халыҡты социаль яҡлауҙа гарант булып сығыш яһай.
Читайте нас: