+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2019, 16:43

Ужым бойҙайы йыйып алынды

Яуаплылығы сикләнгән “Восход” йәмғиәте етәксеһе Валерий Владимирович Остапенко быйылғы баҫыу миҙгелендә игенселәрҙең хеҙмәте мөмкин тиклем юғары һөҙөмтәләр бирһен өсөн күп көс һала.

Яуаплылығы сикләнгән “Восход” йәмғиәте етәксеһе Валерий Владимирович Остапенко быйылғы баҫыу миҙгелендә игенселәрҙең хеҙмәте мөмкин тиклем юғары һөҙөмтәләр бирһен өсөн күп көс һала. Хужалыҡ барлыҡ кәрәк-яраҡ: яғыулыҡ-майлау маиериалдары, ашлама, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, запас частар менән ваҡытында һәм тулыһынса тәьмин ителде. Техниканың барлыҡ төрҙәрен яңыртыу, иген таҙартыу комплексын һәм келәт биналарын ремонтлау буйынса ҙур эш дауам итә. Атап әйткәндә, быйылғы ураҡ башланыуға ЗАВ ҡоролмаһына сәғәтенә илле тонна ашлыҡ таҙартырға һәләтле яңы ОЗФ-50 машинаһы ҡуйылған. Тимәк, баҫыуҙан килгән барлыҡ игенде элеккесә ырҙын табағында асыҡ һауала өйөп тормайынса, шул көндө үк һаҡлауға һалырға мөмкин.
Көндәлек эшкә яңыса ҡараштың тағы бер миҫалы – спутник навигацияһы комплексы менән йыһазландырылған юғары етештереүсәнле “Massey Ferguson” тракторын һатып алыу. Хәҙер тупраҡ әҙерләү буйынса барлыҡ көҙгө эштәр комплексын бер берәмек техника һәм бер механизатор башҡарасаҡ. Был тракторҙы хеҙмәтләндереүсе Сергей Стручков смена барышында йөҙ гектарға яҡын майҙанды сифатлы итеп эшкәртә. Был техника, кәрәк булһа, төнгө сменала ла эшләй ала.
“Восход” йәмғиәте өсөнсө йыл инде орлоҡсолоҡ хужалығы булып иҫәпләнә. Бында Рәсәйҙең төрлө селекция үҙәктәренән ужым һәм яҙғы бойҙайҙың, арпа, һолоноң юғары уңыш биреүсе орлоҡтарын алып ҡайталар. Уларҙы үрсетеп, республика һәм район хужалыҡтарына элиталы материал һаталар. Былтырғы уңыштан, мәҫәлән, 500 тонна сифатлы орлоҡ һатылған.
Быйыл ужым бойҙайы ғына мең гектар майҙанда игелгән. Бөтөн агротехник сараларҙы теүәл үтәп, хужалыҡта сәсеүлектәрҙең тулыһынса һаҡланыуын тәьмин итеүгә өлгәшкәндәр. Ураҡҡа ла ваҡытында төшкәндәр – календарҙа август башы ғына булыуға ҡарамаҫтан, бойҙай уңышы келәттәргә һалынған. «Скипетр» сортлы бойҙайҙың мең ярым тоннаһын таҙартып һаҡлауға һалғандар. Әлеге ваҡытта яңы уңыш орлоғоноң тәүге партияларын һатыуға әҙерләйҙәр.
Ураҡ барышында комбайнерҙар Дмитрий Гудзовский, Валерий Полежаев һәм Сергей Куимов үҙ бурыстарына намыҫлы ҡараш өлгөһө күрһәтә. Уларҙың һәр береһе 500 тонна ашлыҡ һуғып алған да инде. Һәр гектарҙан уртаса 28 центнер уңыш йыйыла.
«КамАЗ» водителдәре Юрий Пенеров һәм Евгений Василько ашлыҡты баҫыуҙан ырҙын табағына ташып тора, ә унда Станислав Полежаев игенде артабан эшкәртеү һәм урынлаштырыу мәсьәләһен хәстәрләй. Орлоҡ таҙартыу комплексы һәм иген таҙартыу ҡоролмаһы операторҙары Радик Сәрүәров һәм Вячеслав Кожакин келәт мөдире Сергей Трегубов етәкселегендә барлыҡ машиналар һәм агрегаттарҙың көйлө эшен тәьмин итә.
Шофер Вячеслав Петров баҫыуҙағы техниканы заправкалау, ураҡта ҡатнашыусыларға төшкө аш ташыу менән шөғөлләнә. Уңыш йыйыу эштәрендә ҡатнашҡан комбайндарҙы һәм тракторҙарҙы хеҙмәтләндереү, йүнәтеү буйынса яуаплы бурыс – инженер Дмитрий Прокопов иңендә. Был ҙур булмаған коллектив күп йылдар, теләһә ниндәй бурыстарҙы намыҫлы атҡарып, берҙәм хеҙмәт өлгөләре күрһәтә. Быйылғы ураҡтың да уңышлы үтәсәгенә хужалыҡта бер кем дә шикләнмәй, сөнки уға яҡшы башланғыс һалынған.
Читайте нас: