+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Август 2019, 16:36

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына яңы йола – «Хеҙмәт йылъяҙмаһы» беренсе республика конкурсы

Конкурстың ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһының Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы.

Конкурстың ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһының Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы. Уның маҡсаты - ғаиләләрҙә хеҙмәт йолаларын яңыртыу, һаҡлау, үҫтереү. Конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының 16 муниципаль районынан һәм ҡала округтарынан медицина, мәғариф, янғын һағы, сәнәғәт, социаль яҡлау өлкәләренән 36 ғариза ҡабул ителгән.
Конкурстың тантаналы финалы 26 июлдә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының колонна залында үтте. Был көндө конкурста еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы – хеҙмәт династияларын хөрмәтләнеләр һәм ҡотланылар.
«Емешле эш өсөн», «Быуындар күсәгилешлеге» һәм «Иң өлкән династия» номинациялары буйынса иң яҡшылар билдәләнде. Бүләкләү тантанаһына ун ғаилә династияһы вәкилдәре иҫәбенән 200-гә яҡын кеше йыйылды.
Улар араһында бөтөн ғүмерен бер һөнәргә генә түгел, ә бер ойошмаға арнаған, хеҙмәт кенәгәһендә берҙән-бер эш урыны тураһында ғына яҙма булғандар ҙа бар ине. Һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, эштәрен балалары, ейәндәре дауам итеүселәр был көндө иғтибар үҙәгендә булды.
Уларҙың хеҙмәт ҡаҙаныштары тарихы «Хеҙмәт йылъяҙмаһы» йыйынтығына индерелде, был баҫма ҡиммәтле бүләктәр менән бергә конкурс призерҙарына тапшырылды.
«Иң өлкән династия» номинацияһында Дәүләкән районынан икенсе урын яулаған медицина хеҙмәткәрҙәре династияһы диплом менән бүләкләнде. Был наградаға Дәүләкән районы үҙәк дауаханаһы терапевы Диана Яковлевна Харенко лайыҡ булды. Ул тиҫтәләрсә йылдар үҙен яратҡан эшенә бағышлаған, хәҙерге көндә хаҡлы ялға китергә йыйына. Өсөнсө урынды Дәүләкән районынан Минебаевтарҙың педагогтар династияһы алды. Уның вәкиле – Соколовка башланғыс мәктәбе директоры Әнүәр Мотаһар улы еңеү ҡыуанысы һәм сағыу тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Мин «Хеҙмәт йылъяҙмаһы» республика конкурсында призлы урын яулай алыуыбыҙға бик шат. Беҙҙең династияла дөйөм хеҙмәт стажы 500 йылдан ашыу булған 20 педагог бар. Конкурста еңеү – уҡытыусы һөнәренә бөтөн ғүмерен арнаған һәм уны һаман да дауам иткән беҙҙең династия вәкилдәренең ҡаҙанышы ул. Был бигерәк тә йәштәр өсөн бик файҙалы конкурс. Йәш быуын туғандары һәм яҡындарының хеҙмәт өлгөһөндә «ғаилә йолалары», «быуындар күсәгилешлеге» һәм «хеҙмәт даны» төшөнсәләренең әһәмиәтен нығыраҡ аңлай, өлкән быуын һайлаған юлды лайыҡлы дауам итеп, ғаилә һөнәренә ҡарата ихтирам менән ҡарай, ғорурлыҡ тойғолары кисерә.
Читайте нас: