+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Август 2019, 16:20

Эшләргә уңайлы, йылы һәм йәмле

Киров ауылы Рассвет ауыл Советы биләмәһе составына инә, ул Дәүләкән ҡалаһынан 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Киров ауылы Рассвет ауыл Советы биләмәһе составына инә, ул Дәүләкән ҡалаһынан 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Бында 250-нән ашыу кеше йәшәй. Ошо уҡ ауыл биләмәһенә ингән Красная полянала 68 кеше көн итә. Ауылдарҙа өлкән йәштәгеләр ҙә байтаҡ, күп балалы ғаиләләр, йәш әсәләр, уҡыусылар бар.
Ауыл халҡы өсөн иң төп мәсьәләләрҙең береһе – медицина хеҙмәтләндереүе. Фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫкергәнлектән, быға тиклем кешеләрҙе һыуыҡ бинала ҡабул итергә тура килгән. Республика ярҙамы менән, Дәүләкән районы хакимиәте, үҙәк район дауаханаһы, ауыл биләмәһе хакимиәтенең әүҙем ҡатнашлығында быйыл фельдшер-акушерлыҡ пункты махсус йыһазландырылған вагончикҡа күсте. Уның эсендә бөтә уңайлыҡтар булдырылған, кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле барлыҡ әйберҙәр бар.
Ҡабул итеүҙе Олеся Евгеньевна Кудрявцева алып бара. Ул үҙе ошо яҡтыҡы, Бәләбәй медицина училищеһын тамамлағандан һуң бер нисә йыл Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында эшләй, унан тыуған ауылына ҡайта. Бына инде 16 йыл ауылдаштарының һаулығы һағында тора.
- Эшем бик оҡшай, - ти Олеся Евгеньевна. – Өҫтәүенә, яҡындарымдың ярҙамын тоям. Урындағы хакимиәт менән берлектә эшләйбеҙ, үтенестәребеҙҙе кире ҡаҡмайҙар, ярҙам итергә тырышалар. Бына хәҙер яңы ФАП-ҡа күстек, килеүселәр ҡәнәғәт, бында матур, уңайлы. Ошо мәсьәләне хәл иткәндәре өсөн ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерәм.
Урындағы фельдшер Киров, Красная поляна ауылдарында йәшәүселәрҙең барыһын да яҡшы белә. Ҡабул итеүгә көн дә тиҫтәләгән кеше килә. Башҡа ваҡыттарҙа ла мөрәжәғәт итәләр, ауырыу бер ҡасан да һорап килмәй бит. Фельдшерҙың бурысы – пациентҡа үҙ ваҡытында квалификациялы ярҙам күрһәтеү. Бынан тыш, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе, йәш әсәләрҙе, яңы тыуған сабыйҙарҙы күҙәтеүҙә тотоу ҙа уның бурыстарына инә.
Ауыл уртаһында ултырған йыйнаҡ, ап-аҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты алыҫтан уҡ иғтибарҙы йәлеп итә.
Медицина хеҙмәтләндереүе тейешле кимәлдә башҡарылһын өсөн Яппар Йәнбәк, Батрак, Яңы Аҡҡолай ауылдарында ла ошондай яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары урынлаштырылды.
Читайте нас: