+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Август 2019, 17:31

Изгелек байрамы

Бер нисә көндән барлыҡ мосолман донъяһы иң изге байрамдарҙың береһе булған Ҡорбан ғәйетен ҡаршы аласаҡ.

Бер нисә көндән барлыҡ мосолман донъяһы иң изге байрамдарҙың береһе булған Ҡорбан ғәйетен ҡаршы аласаҡ. Был байрам изге күңеллелек, Аллаһыбыҙға ла, кешеләргә лә һөйөү тойғоларын һынландыра. Уның йолаларына ла ошо матур мәғәнәләр һалынған.
Ҡорбан килтереү кеүек күренешкә нигеҙләнһә лә, байрам яҡтылыҡ, яҡшылыҡ символы булып тора. Был көндә кешеләр бер-береһен, яҡындары һәм туғандарын, дуҫтары һәм таныштарын тәбрик итә, уларға изге теләктәрен еткерә. Бүләк бирешеү, бәләкәй балаларҙы тәм-том менән һыйлау бик урынлы һанала. Нәҫел-нәсәпте, дуҫ-иштәрҙе ҡунаҡҡа саҡырыу ҙа – ошо изге байрамдың айырылғыһыҙ өлөшө. Был көндәрҙә табындар айырыуса бай, йомарт була.
Байрам иртә менән башлана. Был ваҡытта, ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейемдәрен кейгән мосолмандар мәсеткә ғәйет намаҙына ашыға. Ҡорбан салыу тап ошо намаҙҙан һуң башҡарылырға тейеш. Йолаға ярашлы, ҡорбан ите тигеҙ өс өлөшкә бүленә. Уның береһе генә ғаилә мәнфәғәтенә тотонола. Икенсе өлөштән табын әҙерләп, туған-тыумасаны, күрше-күләнде ҡунаҡҡа саҡырыу фарыз. Ә өсөнсөһө яңғыҙ, ауырыу, фәҡир кешеләргә таратып бирелергә тейеш. Байрамдың асылы тап ошо ҡағиҙәләрҙе үтәүҙән ғибәрәт, сөнки киң күңеллелек, кеше хәленә инә белеү, миһырбанлыҡ – Ҡорбан ғәйетенең төп мәғәнәһе.
Читайте нас: