+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Август 2019, 17:39

Талбазы ауылындағы күлдә балыҡтар үлгән

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк матбуғат хеҙмәте белдереүенсә бында бөгөн, 6 августа күпләп балыҡ үлгән.

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк матбуғат хеҙмәте белдереүенсә бында бөгөн, 6 августа күпләп балыҡ үлгән.
Яр буйҙарына йорт ҡоштарын һыуға ебәреү һәм һыу инеү тыйылыуы тураһында тамғалар ҡуйылған. Профилле министрлыҡтарҙан һәм ведомстволарҙан тикшереү үткәрелә. Ваҡиға урынына һыу пробаларын алыу өсөн күсмә лаборатория йүнәлтелгән. Ауырғазы район ветстанцияһы балыҡтарҙың ниңә үлгәнен тикшерәсәк.
Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы үткән, граждандар менән сход ойошторолған.
Читайте нас: