«112» номеры - кешеләр ғүмерен һәм мөлкәтен һаҡлауҙа ярҙам итеүсе иң мөһим номерҙарҙың береһе булып тора. Тик күп ваҡыт ул шаярыу сараһына әйләнә.
Һәр тәүлек һайын республиканың Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге диспетчерҙары 7000 мөрәжәғәт ҡабул итә. Ағымдағы йылдың алты айында Үҙәк тарафынан 1 миллион 100 мең шылтыратыу ҡабул ителгән һәм эшкәртелгән.
Ҡабул ителгән шылтыратыуҙарҙың 52 проценты «ялған» һәм «балалар шаярыуы» категорияһына ҡарай.Ҡағиҙә булараҡ, ялған шылтыратыуҙар ике төргә бүленә: уйҙырма ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр һәм шаярыуҙар. Бынан тыш өлкәндәр, ҙә балалар ҙа «112» номерына сим-карталарының нисек эшләүен тикшереү өсөн, йәиһә урынһыҙ һорауҙар бирер өсөн (телефон хулигандары) шылтырата.
Ялған мөрәжәғәттәр диспетчерҙарҙы төп эштәренән айыра, элемтә каналдарынында көсөргәнеште арттырып, бәйләнеште тотҡарлай. Ә был ваҡытта ысынында иһә кемдер янғын һүндереүселәрҙең, ҡотҡарыусыларҙың, медиктарҙың ярҙамына мохтаж. Бындай осраҡта һәр секунд ҡәҙерле.Шуға күрә ата- әсәләр балаларына бындай шаярыуҙарҙың һөҙөмтәләре тураһында аңлатып, айырыуса кәрәк осраҡтарҙа ғына телефон бирһендәр ине.
Шулай уҡ ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә ялған шылтыратҡан өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылыу тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Ә террор акты тураһындағы ялған хәбәр өсөн иһә енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә ялған шылтыратыу кемдеңдер матди мөлкәтен, һаулығын, ә иң мөһиме - ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙарын онотмағыҙ!