-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2019, 16:43

20 мең тонна ашлыҡ һуғып алынды

Ауыл хужалығы идаралығының һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 8 авгусҡа район хужалыҡтарында ужым культуралары 7100 гектарҙан йыйып алынған, был – урып-йыйыу эштәре планының ҡырҡ проценты тигән һүҙ.

Ауыл хужалығы идаралығының һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 8 авгусҡа район хужалыҡтарында ужым культуралары 7100 гектарҙан йыйып алынған, был – урып-йыйыу эштәре планының ҡырҡ проценты тигән һүҙ. Барлығы 20 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған. Район буйынса һәр гектарҙан уртаса 24,5 центнер уңыш йыйыла.
Шул иҫәптән ужым бойҙайы 7100 гектарҙан, йәғни майҙандарҙың 42 процентынан урып һуғылған.
Яуаплылығы сикләнгән “Ҡаҙанғол ТПХ-һы” (бында дүрт мең тонна ашлыҡ һуғып алынған), “Восход”, “Аграр традициялар”, “Канаш”, “РегионАгро” йәмғиәттәрендә, шәхси эшҡыуарҙар В.Б. Рихтер, И.А. Фазлыев, С.Б. Рихтер етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ужым культураларын йыйыу йылдам бара.
Игенселәр 17 мең гектарҙағы пар майҙандарын киләһе ужым культураларын сәсеүгә әҙерләүҙе тамамланы. 2020 йылғы уңыш нигеҙе өсөн бында ҡышҡы бойҙай һәм арыш урын аласаҡ. Дымдың етерлек булыуы, пар майҙандарын сифатлы эшкәртеү сәсеү эштәрен иң ҡулай ваҡытта башлау мөмкинлеге бирәсәк.
Читайте нас: