+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2019, 16:53

Ирҙәр эше тип тормайбыҙ

Яуаплылығы сикләнгән «Мир» йәмғиәте - Дәүләкән ҡалаһында төҙөлөш хеҙмәттәре күрһәтеү өлкәһендә бик күптән эшләп килгән, сифат тураһында ҡайғыртыусы ышаныслы предприятиеларҙың береһе.

Яуаплылығы сикләнгән «Мир» йәмғиәте - Дәүләкән ҡалаһында төҙөлөш хеҙмәттәре күрһәтеү өлкәһендә бик күптән эшләп килгән, сифат тураһында ҡайғыртыусы ышаныслы предприятиеларҙың береһе. Заказдарҙы улар республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән: Шишмә, Учалы, Бәләбәй, Благовещен райондарынан һәм Өфө, Стәрлетамаҡ, Ырымбур, Ульяновск ҡалаларынан ҡабул итә. Сөнки был заказсылар компания башҡарған эштәрҙең сифатынан,белгестәрҙең оҫталығынан һәм үтәлеш ваҡыттарынан бик ҡәнәғәт.
Ирҙәр коллективын нәфис ҡатын Алла Пискунова етәкләй. Етәксе вазифаһын бишенсе йыл ғына башҡарһа ла, төҙөлөш өлкәһендә уның эш тәжрибәһе егерме йылға яҡын. Алланың һүҙҙәренә ҡарағанда, күп ваҡытта уға бик ауырға тура килә. Тик ҡатын-ҡыҙ булыуына ҡарап бер кем дә ташлама яһамауына зарланмайса, атаһы Геннадий Морозовтың башлаған эшен дауам итә.Унан эштең нескәлектәренә өйрәнә.
- 1997 йылда бухгалтерҙар курсын тамамлағандан һуң эш башланым, - тип һөйләй Алла Геннадьевна. – Атайыма предприятиела ышаныслы бухгалтер кәрәк булғанлыҡтан, минең алда кем булырға тигән һорау торманы. Тәүге мәлдәрҙә белем һәм тәжрибә етмәгәнлектән, эшкә төрлө сығанаҡтарҙан өйрәнергә тура килде. Һәм, әлбиттә, минең һөнәри үҫешемдә атайымдың өгөт-нәсихәттәре, эш тәжрибәһе ҙур роль уйнаны. Ниндәй генә сетерекле һорау менән мөрәжәт итһәм дә, һәр ваҡыт атайымдың ныҡлы ярҙамын тойҙом. Уның башланғысы аҫтында 17 йыл бухгалтер булып эшләгәндән һуң, 2013 йылда идара итеү йүгәндәрен ҡабул итеп, мин предприятие директоры булып киттем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, атайым ғаилә бизнесына әйләнгән эште ташламайса, уны үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Ғаиләм бөгөнгө көнгә тиклем бизнеста партнерҙарым һәм фекерҙәштәрем булып тора.
Күп ваҡытта эш көнөм 12-16 сәғәт дауам итә. Кемдер өр- яңы бизнес аса, ә кемдер уңышлы башланғысты дауам итә. Мин иһә күптән эшләп килеүсе, әммә, йүнләп килем килтермәгән бизнесты ҡабул итеп алып, уны яңы кимәлгә күтәреүсе кеше. Компанияның төп йүнәлеше булған ағас эшкәртеүгә һорау кәмегәс, килем килтереүсе, яңы перспективалы юлдар эҙләргә тура килде. Ирем менән уйлашҡандан һуң, килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн ишектәр һәм пластик тәҙрәләр етештереү менән шөғөлләнергә булдыҡ. Тәүҙә бер генә дана ҡулдан йәбештереү яйланмаһы алған булһаҡ, һуңынан инде автоматлаштырылған станок һатып алдыҡ. Хәҙер беҙҙең пластик конструкциялар етештереү буйынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған цехыбыҙ бар. Бынан тыш, заказсыларҙың теләге буйынса, төрлө ремонт эштәре, ҡыйыҡ алмаштырыу, штукатурка, буяу һәм башҡа төр төҙөлөш эштәрен башҡарабыҙ. Йыл һайын бер нисә объектты капиталь ремонтлауға заказдар ҡабул итәбеҙ.
Һуңғы ваҡытта хөкүмәтебеҙ һәм йәмғиәтебеҙҙең эшҡыуарҙарға ҡарашы яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе.Беҙ был үҙгәрештәрҙе һис шикһеҙ юғары баһалайбыҙ.
Мин үҙемде бик бәхетле кеше тип һанайым. Барлыҡ көсөмдө һәм ваҡытымды йәлләмәй эшләргә яратҡан эшем, янымда ҡәҙерле кешеләрем, ғаиләм бар. Был донъяға бушҡа килмәүеңде аңлар өсөн тағы ла ни кәрәк.
Читайте нас: