+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2019, 16:50

Мөбәрәк юбилей

Ул көндө Сергиополь ауылындағы күркәм йорттарҙың береһендә ғәҙәти булмаған йәнлелек хөкөм һөрҙө. Һәм бының өсөн ҡыуаныслы сәбәп тә бар ине. Ауылдың иң оло кешеһе Эльза Фридриховна Гаус был көндө мөбәрәк юбилейын - 90 йәшен ҡаршыланы.

Ул көндө Сергиополь ауылындағы күркәм йорттарҙың береһендә ғәҙәти булмаған йәнлелек хөкөм һөрҙө. Һәм бының өсөн ҡыуаныслы сәбәп тә бар ине. Ауылдың иң оло кешеһе Эльза Фридриховна Гаус был көндө мөбәрәк юбилейын - 90 йәшен ҡаршыланы.
Юбилярҙың исеменә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин исеменән ҡотлау хаты килә. Ул хатта шундай һүҙҙәр бар:
- Хөрмәтле Эльза Фридриховна! Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Һеҙ ҙур ғүмер юлын үткәнһегеҙ, дәһшәтле һуғыш ваҡытының ауыр һынауҙарын үҙ иңегеҙҙә күтәргәнһегеҙ, илебеҙҙе емереклектәрҙән тергеҙгәнһегеҙ. Яҙмышығыҙ Ватан яҙмышы менән ныҡлы бәйләнгән. Һеҙ илебеҙ юлының дөрөҫ булыуына һәр саҡ ышандығыҙ һәм ышанаһығыҙ.
Ватаныбыҙҙың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн яуаплылыҡ, һөйөү хистәрен һеҙ беҙгә һәм киләсәк быуындарға ла тапшыраһығыҙ. Һеҙгә именлек, таҙалыҡ, йән тыныслығы теләйем!
Тыл хеҙмәткәре Эльза Фридриховна ғүмере буйына «Коммунар» колхозында һауынсы һәм быҙау ҡараусы булып эшләгән. Тормош иптәше Яков Яковлевич менән улар алты бала тәрбиәләп үҫтереп, ҙур тормош юлына оҙатҡан. Эльза Фридриховнаның ун ейәне өләсәләрен ун ике бүлә- бүләсәр менән ҡыуандырған.
Юбилярҙы күркәм байрамы менән ҡотларға Дәүләкән районы хакимиәте башлығы И.Ф.Мөхәмәтйәнов, Сергиополь ауыл советы биләмәһе башлығы А.З.Абдуллин, урындағы эшҡыуарҙар һәм, әлбиттә, күп һанлы туғандары һәм яҡындары йыйылдылар. Байрам өҫтәле артында яңғыраған шиғырҙар, ҡотлауҙар, бик күп бүләк һәм сәскә гөлләмәләре был көндө бары тик бәхетле әсәй һәм өләсәй - Эльза Фридриховна өсөн генә тәғәйенләнде.
Яныңда һине яратҡан һәм хөрмәт иткән, хәстәрлекле һәм иғтибарлы балаларың, туғандарың булыуы - үҙе ҙур бәхет!
Читайте нас: