+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2019, 16:59

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы эш башлай

Башҡортостан Республикаһында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы (ППМИ) уңышлы эшләп килә.

Башҡортостан Республикаһында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы (ППМИ) уңышлы эшләп килә. Ул ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа йәшәгән халыҡҡа үҙ территорияларын төҙөкләндереү, уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге бирә. Беҙҙең район да йыл һайын ошо программала ҡатнашып килә.
2019 йылғы ППМИ элекке йылдарҙағы һымаҡ уҡ шарттарҙа үткәрелә. Уның барышында урындағы әһәмиәткә эйә булған, муниципаль берәмектәрҙең йәмәғәт инфраструктураһы объекттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән күп төрлө саралар ҡаралған проекттар тормошҡа ашырыла. Нимәнелер төҙөү, капиталь ремонт үткәреү, техник йәһәттән ҡайтанан йыһазлау өсөн рөхсәт алыу талап ителмәгән төҙөлөш һәм ремонт эштәрен, шулай уҡ ҡорамал, техника һатып алыуҙы тап ошо программа сиктәрендә тормошҡа ашырып була.
Урындағы башланғыстар нигеҙендә йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереүҙең 2019 йылда үтәләсәк проекттарын конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙың сираттағы этабы июль айында тамамланды. Халыҡ менән йыйылыштар үткәреү, уларҙың фекерен өйрәнеү, бағыусыларҙы йәлеп итеү, конкурс документтарын әҙерләү, дәүләт экспертизаһы һығымталарын алыу йәһәтенән ППМИ проекттарының инициатива төркөмдәре һәм кураторҙары ҙур эш башҡарҙы.
Райондың барлыҡ ауыл биләмәләре һәм Дәүләкән ҡала биләмәһе программала ҡатнашыуға заявка биргәйне. Республика конкурс комиссияһы ултырышы һөҙөмтәһендә 15 ауыл биләмәһе һәм ҡала биләмәһе еңеүселәр иҫәбенә инде. Көрмәнкәй ауыл советы биләмәһенең проекты ғына конкурсты үтә алманы.
2019 йылға ҡабул ителгән проекттарҙың дөйөм хаҡы 17 миллион 215 мең 550 һум буласаҡ. Шул иҫәптән 11 миллион 646 мең 412 һум – республика ҡаҙнаһынан, 2 миллион 685 меңе – район һәм биләмәләр бюджетынан, 1 миллион 789 мең 217 һум – бағыусыларҙан бүленәсәк. Ҡалған 1 миллион 779 мең 236 һумын халыҡтан йыйыу ҡаралған.
Республика ҡаҙнаһынан 1 миллион һум күләмендәге иң мул өлөш Алға (һыу үткәргес селтәрен ремонтлауға), Имай-Ҡарамалы (Имай-Ҡарамалылағы мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләүгә) һәм Рассвет (аҫмалы ҡорамалдары, роторлы үлән сапҡысы булған МТЗ-82.1 тракторы һатып алыуға) ауыл советтары биләмәләренә төшәсәк. Ивановкалағы һыу үткәргес селтәрен ремонтлау өсөн Ивановка ауыл советы биләмәһенә йыл һайын бер миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Быйыл ҡаралған 972 мең һум ауылдың Покровка урамындағы үткәргесте ремонтлауға тотоноласаҡ.
Әлеге ваҡытта ауыл биләмәләрендә халыҡтан аҡса йыйыу эше тамамланып килә. Проекттарҙа ҡаралған эштәрҙе башҡарыуға аукциондар иғлан ителде, подряд ойошмаларынан заявкалар килә башланы. Яҡын арала эш башҡарыусылар билдәле буласаҡ. Үткәрелгән аукциондарҙың протоколдары мотлаҡ рәүештә халыҡҡа еткереләсәк.
Район халҡы ҡабул иткән проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса барлыҡ эштәрҙең август айында башланасағына тулы ышаныс бар.
Читайте нас: