+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Август 2019, 12:29

Ҡалала матурлыҡ артты!

Дәүләкән урамдарында яңы эскәмйәләр барлыҡҡа килде

Дәүләкән урамдарында яңы эскәмйәләр барлыҡҡа килде
Ҡала урамдарында үтеп барыусылар өсөн ҡуйылған яңы эскәмйәләргә һәр кем иғтибар иткәндер. Уларҙың береһе Завод урамында урынлашҡан. Эскәмйәгә һәр үтеп барыусы: кибеттән ауыр сумкаларын күтәреп ҡайтыусылар ҙа, дауахананан һауығып сығыусылар ҙа, урамда саф һауа һулаусылар ҙа ултырып ял итә. Уңайлы, ыҡсым һәм матур.
Эскәмйәләр янына сүп һауыттары ла ҡуйылған. Күптәр урамға ташларға күнеккән сүп-сарҙы шул һауыттарға һалып китһә, бик яҡшы булыр ине.
Ҡалабыҙ көндән-көн таҙараҡ һәм матурыраҡ булһын!
Читайте нас: