-27 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
8 Августа 2019, 11:12

Үлем менән сауҙа итеүселәр хаҡында хәбәр ит!

2019 йылдың майынан октябрь айына тиклем Башҡортостан Республикаһында “Мәк-2019” тип аталған ведомство-ара комплекслы оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙғарыла.

2019 йылдың майынан октябрь айына тиклем Башҡортостан Республикаһында “Мәк-2019” тип аталған ведомство-ара комплекслы оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙғарыла.
Был сара алты этапта үтә. Дүртенсе этап 9 августан 18 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Операцияның төп маҡсаты – илерткес матдәләр сығанағы булған үҫемлектәрҙең законһыҙ сәсеүлектәрен асыҡлау һәм юҡ итеү, шулай уҡ наркотиктар, психотроп матдәләр һәм көслө тәьҫир итеүсе препараттарҙы һаҡлау һәм һатыу осраҡтарын иҫкәртеү һәм асыҡлау.
Ошо мөһим сара менән бәйле, Рәсәй Эске эштәр министрлығының район бүлексәһе граждандарҙы мәк һәм киндер сәскән өсөн яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртә. Атап әйткәндә, закон боҙоусыларҙың наркотик сығанағы булған үҫемлектәрҙе ҡарт кешеләрҙең ихатаһына, йәки ташландыҡ баҡсаларға йәшереп сәсеүе ихтимал. Был саҡта хужалар йыш ҡына йорттары янында мәк йәки киндер үҫеүен бөтөнләй белмәй ҙә ҡала. Шуға күрә граждандарҙың айырыуса иғтибарлы булыуын, ихаталарын, баҡсаларын иғтибар менән тикшереп тороуҙарын һорайбыҙ, сөнки был үҫемлектәр табылһа, яуаплылыҡ хужалар иңенә төшәсәк.
“Ышаныс телефондары”
Хөрмәте ҡала һәм район халҡы!
Илерткес матдәләр ҡулланған, таратҡан кешеләр, йәки наркотик ҡулланыусыларҙың йыйылған урындары тураһындағы, шулай уҡ законға ҡаршы башҡа төрлө осраҡтар хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе түбәндәге номер буйынса берҙәм “Ышаныс телефоны”на хәбәр итергә (шул иҫәптән исем-шәрифегеҙҙе әйтмәйенсә) мөмкин: 8-800-347-20-30. Эске эштәр бүлегендәге 8 (34768) 3-18-23; 8 (34768) 3-19-31 (дежур бүлек) номерҙары менән шылтыратырға ла була.
Түбәндәге телефондар һәм адрестар буйынса Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин:
Берҙәм ашығыс ярҙам каналы – 102/112 (барлыҡ мобиль бәйләнеш операторҙары өсөн). Адрес 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 7.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының белешмәләр хеҙмәте: 279-37-89 (Өфөнөң коды – 347).
БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлеге: 272-08-05, 279-39-02.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының “Ышаныс телефоны”: 8 (347) 279-32-92.
Читайте нас в